

Ете тиҫтәгә яҡын эшмәкәрлек алып барған Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты хәйриәлеккә ҙур иғтибар бүлә: районда социаль объекттар төҙөүгә, ремонтлауға, йыһазландырыуға үҙ өлөшөн индерә.
УТБК етәкселеге урындағы власть органдары менән килешеп эш итә. “18 ауыл биләмәһенең береһе лә үгәйһетелмәһен” тигән маҡсат та ҡуйыла. 2014 йылдан алып йыл һайын һәр ҡайһыһына байтаҡ аҡса бүленә. Әлбиттә, комбинат хеҙмәткәрҙәренең төп өлөшө йәшәгән ҡала биләмәһе лә ситтә ҡалмай – һуңғы биш йылда 20 миллион һумдан ашыу күләмдә ярҙам күрһәтелгән.
Тиҙҙән комбинат ҡаланың Рудник тип аталған биҫтәһендә яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты һәм балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөйәсәк. Был социаль объекттар өсөн аҡса бүлеү ҡарары ҡала хакимиәте мөрәжәғәтенә ярашлы ҡабул ителә.
– Рудник – ҙур биҫтә, унда йәшәүселәр беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү учреждениеһының булмауына борсолоп, беҙгә бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт итте. Үҙ сиратыбыҙҙа финанс ярҙамы һорап, комбинат етәкселегенә сыҡтыҡ һәм ыңғай яуап алдыҡ. Бөгөн яңы ФАП төҙөләсәк урын билдәләнгән, ер участкаһын кадастр иҫәбенә ҡуйыу эше бара, – тип аңлатма бирҙе ҡала хакимиәте башлығы Илмир Ғәзизов.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты биҫтәнең үҙәк урамдарының береһендә, 2-се мәктәп эргәһендә, һуңғы ваҡытта киң таралған блок-модуль технологияһы буйынса төҙөләсәк.
Проектҡа ярашлы, дөйөм майҙаны 63 квадрат метр тәшкил итәсәк фельдшер-акушерлыҡ пунктында пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура-прививка кабинеттары, көтөү урыны, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн кейенеү-сисенеү бүлмәләре буласаҡ. Һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн дә бар уңайлыҡтар тыуҙырыласаҡ.
– Биҫтә халҡы сифатлы медицина ярҙамы алһын өсөн, беҙ ФАП-ты урынлаштырып ҡына ҡуймаясаҡбыҙ, кәрәкле медицина ҡорамалдары менән дә тәьмин итәсәкбеҙ. Әлеге ваҡытта подрядсы ойошманы һайлау сараһы уҙғарыла, – тине Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты директорының капиталь төҙөлөш буйынса урынбаҫары Илдар Килдебаев.
Яңы балалар майҙансығы ла үҙәк урамда барлыҡҡа киләсәк. Быға тиклем урынлаштырылған балалар таусыҡтары эргәһендә яңы уйын элементтары, йүгереү юлы, мини-футбол, баскетбол, волейбол майҙансыҡтары пәйҙә буласаҡ. Уйын майҙансығын сифатлы, иң мөһиме, балалар өсөн хәүефһеҙ итеп урынлаштырырға ниәтләнә комбинат хеҙмәткәрҙәре. Төҙөлөш эштәре башланған да инде.
Рудник биҫтәһе өсөн мөһим социаль объекттарҙы төҙөүгә таусылар 15 миллион һум аҡса йүнәлтеүҙе күҙаллай.
- Римма СОЛТАНОВА