Социаль мәсьәлә
26 Октябрь 2021, 11:00

Республикала йәнә ике ковид госпитале төҙөләсәк

БашинформБашинформ
Фото:Башинформ

Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә коронавирусҡа бәйле хәлде тикшереүҙән башланды. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин сирҙең таралыуы буйынса статистика мәғлүмәттәре менән таныштырҙы.

Башҡортостанда пандемия башланыу менән коронавирус диагнозы бөтәһе 82149 кешегә ҡуйылған.

– Һуңғы тәүлектә сирҙең 670 яңы осрағы теркәлде, 584 пациент һауығып сыҡты, – тине Максим Забелин. – Әлеге ваҡытта 7339 кеше амбулатор дауа ала, 1003 кеше дауаханаларҙа ята. 73 кеше интенсив терапия бүлексәһендә, уларҙың хәле ауыр тип баһалана.

Вакцинацияға килгәндә, уның беренсе компонентын 1,564 миллион кеше, икенсеһен 1,3 миллиондан ашыу кеше һалдырған.

Республика Башлығы Радий Хәбиров дүшәмбенән башланған яңы сикләүҙәр тураһында әйтте. Шулай уҡ эшләмәй торған көндәр буйынса ла мәғлүмәт бирҙе. Билдәле булыуынса, беҙ 30 октябрҙән 7 ноябргә тиклем ял итәсәкбеҙ.

Башҡортостанда коронавирус пандемияһы башланыу менән Өфөлә, саҡ ҡына һуңғараҡ Стәрлетамаҡта тиҙ арала ковид госпиталдәре төҙөлдө. Әлеге ваҡытта унда кешеләр коронавирустан уңышлы дауалана. Тик бөгөнгө шарттарҙа улар ғына етмәй. Шуға күрә республикала йәнә ике ошоноң ише госпиталь төҙөргә ҡарар ителде. Пандемия тамам­ланғас, был объекттар күп функциялы медицина үҙәктәре булараҡ эшләүен дауам итәсәк. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров был эшкә әҙерлек тураһында һөйләне.

– Эйе, ҡарар ҡабул ителде, төҙөйәсәкбеҙ. Береһе Сибайҙа буласаҡ, икенсеһен Октябрьский ҡалаһында тип планлаштыра инек, тик унда уңайлы урын булмай сыҡты, шуға күрә Туймазы ҡалаһы һайланыр, моғайын. Иртәгә тейешле ведомстволар менән кәңәшмәләр үтәсәк, был аҙнала төҙөлөштө башлаясаҡбыҙ ҙа, – тине ул.

Кәңәшмәлә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Греков баш ҡалала көҙгө-ҡышҡы осорҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың нисек эшләүенә бәйле булдырылған оператив штаб эшмәкәрлеге тураһында һөйләне. Уның сиктәрендә йылытыу проблемаларына бәйле “Өфө-йылы” колл-үҙәге эшмәкәрлеге ойошторолдо.

Штаб алдына өс мөһим маҡсат ҡуйылған: кешеләрҙән йылытыу, ҡар таҙартыу һәм башҡа коммуналь проблемаларға бәйле килгән мөрәжәғәттәрҙе анализлау, уларҙы тиҙ арала хәл итеү һәм барлыҡ оператив хеҙмәттәр эшмәкәрлеген яҡшыртыу.

– Әгәр ресурс менән тәьмин иткән йәки идарасы ойошма мөрәжәғәткә тейешенсә иғтибар күрһәтмәй икән, хәҙер өфөләр уны колл-үҙәк телефоны йәки хакимиәт сайты аша ҡалдырыу мөмкинлеген алды. Сервис тәүлек әйләнәһенә һәм ялһыҙ эшләй. Бынан тыш, телеграмм-бот та эшләнә, ул да эште яйлау мөмкинлеген бирәсәк, – тине Сергей Греков.

Мөрәжәғәттәр күп ваҡытта ресурс менән тәьмин иткән ойошмалар һәм идарасы компаниялар өс сменала эшләгән, авария-диспетчер хеҙмәт­тәре юғары әҙерлек режимына килтерелгән, ә колл-үҙәк составы сменалап эшләгән 49 кешегә тиклем арттырылған.

Колл-үҙәк район хакимиәттәре менән дә, ресурс менән тәьмин иткән ойошмалар һәм идарасы компаниялар менән дә тығыҙ эшләй. Әгәр проблеманы хәл итер өсөн тейешле белгестәрҙе йәлеп итеү кәрәк икән, ғариза уларға ебәрелә.

Рәсәйҙә эпизоотик хәл көсөргәнешле булып ҡала. Көн һайын теге йәки был төбәктәрҙә айырыуса хәүефле сирҙәрҙең яңы усаҡтары теркәлә. Беҙгә сусҡаларҙың Африка тағуны, тиҙ йоғошло ҡош киҙеүе, ящур һәм башҡа сирҙәр хәүеф менән янай. Был сирҙәр йәһәт тарала, ә уларҙан малдарҙың һәм ҡош-ҡорттарҙың үлем осраҡтары 90 процент тәшкил итә. Былар тураһында республиканың Ветеринария идаралығы начальнигы Азат Йыһаншин һөйләне.

– Һуңғы айҙа Силәбелә – ете, Ырымбурҙа – 13, Төмәндә – 10, Һарытау, Свердловск, Һамар өлкә­ләрендә һәм Удмурт Республика­һында ошо көндәрҙә генә икешәр осраҡ асыҡланды, – тине Азат Йыһаншин. – Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл октябрҙә ҡош киҙеүе беҙҙең республикаға ла килеп етте. Вирус алиментар юл менән – ем, һыу, ҡорамал аша йоға.

4 октябрҙә ветеринария хеҙмәтенә Туймазы районының Бишҡурай ауылындағы ҡаҙ фермаһында һәм ошо уҡ райондың Николаевка ауылындағы күркә фермаһында (икеһе лә – “Алтын ҡаҙ” фермер хужалығы) күпләп ҡош-ҡорттоң ҡырылыуы тураһында хәбәр килә. Белгестәр тикшергәндән һуң, бында ҡош киҙеүе сире табыла. Шунда уҡ уны артабан таратмау өсөн сара күрелә. Күрһәтмәгә ярашлы, биш километр радиуста урынлашҡан бөтә ҡоштар юҡҡа сығарылған. Хәүефле зонаға ете ауыл ингән, бында халыҡтан 1426 баш йорт ҡошо алынған. “Алтын ҡаҙ” хужалығында ете мең баш ҡаҙ һәм ике мең баш күркә юҡҡа сығарылған. Әле тикшереү бара, сир ҡырағай күсмә ҡоштарҙан йоҡҡан тигән фараз бар.

Азат Йыһаншин белдереүенсә, әле Өфө, Благовещен, Стәрлетамаҡ, Туймазы, Мәләүез, Благовар, Әлшәй райондарында урынлашҡан ҙур ҡошсолоҡ предприятиеларына хәүеф янай. Уларҙа һигеҙ миллион баш ҡош-ҡорт тотола.

Хәүефте кәметеү өсөн йорт ҡош-ҡортон һарайҙан сығармаҫҡа, ҡырағай ҡоштар менән контакт булдырмаҫҡа, тиҙ арала уларҙы һуя башларға тәҡдим ителә. Ҡош-ҡорт өсөн емде ветеринария хеҙмәте менән килешкәс кенә алырға рөхсәт ителә.

Тағы бер хәүеф – сусҡаларҙың Африка тағуны. Йыл башынан алып илдең 36 субъектында әлеге сирҙең 210 усағы теркәлгән. Бәлә беҙҙең күршеләргә лә килеп еткән. Быйыл Мари Илендә – бер, Һарытау өлкә­һендә – туғыҙ, Һамар өлкәһендә – 12, Татарстан Республикаһында өс усаҡ асыҡланған. Һуңғы осорҙа күрше Свердловск һәм Силәбе өлкәһе, Пермь крайында тағун таралыу осраҡтары теркәлгән.

Башҡортостанда сусҡасылыҡ хужалыҡтары иң күбе Благовар, Шишмә, Бүздәк райондарында урынлашҡан. Ундағы предприятие­ларҙа даими рәүештә тикшереүҙәр үткәрелеп тора.

Был осраҡта ла халыҡты барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәргә, сусҡаларҙы тышҡа сығармаҫҡа, емдәрен термик эшкәр­теп кенә бирергә кәңәш ителә.

– Барлыҡ талаптарҙы үтәгәндә генә был сирҙәрҙе еңергә була. Хакимиәт башлыҡтарына мөрәжәғәт итәм: сусҡаларҙың Африка тағуны һәм тиҙ йоғошло ҡоштар киҙеүе сирҙәрен иҫкәртеүҙә булышлыҡ итегеҙ, – тине Азат Йыһаншин.

 

- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас