

Республикаға идара итеү үҙәгенә йылылыҡ буйынса ниндәй һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр? Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса Өфөлә йылытыу миҙгелендә эшләгән штаб төҙөлдө.Ул тәүлек әйләнәһенә, ялһыҙ эшләй. Телефоны: 8-347-277-09-11.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының рәсми вәкиле Кристина Дикова әйтеүенсә, тәүге көндәрҙә халыҡ фатирҙары һалҡынлығына һәм ныҡ эҫе булыуына зарланһа, хәҙер һорауҙарҙың икенсе тулҡыны башланған. Кешеләрҙе йылыға түләүҙәрҙең ҙурлығы борсой.
2019 йылдың 1 октябренән республика халҡы йылы өсөн ғәмәлдә булғанса түләй, йәғни йылына “йылы” һигеҙ ай өсөн. Элек граждандар йыл буйына тигеҙ хаҡ түләп килде. Быйыл Өфөлә йылыны 25 сентябрҙә бирә башланылар, йәғни фатирҙарҙа йылылыҡ тәүге көҙгө айҙа бары алты ғына көн тәшкил итте. Әммә халыҡҡа түләү тотош ай өсөн килгән.
– Граждандар тап ошо хәлгә дәғүә белдерә, – ти Кристина Дикова. Ҡайҙа дөйөм иҫәп приборы юҡ, Рәсәй Хөкүмәтенең 354-се ҡарарына ярашлы, йылы өсөн түләү тулы ай өсөн иҫәпләнә. Кешеләр сентябрҙә артыҡ хаҡ түләмәү өсөн йылыны 1 октябрҙән биреүҙәрен һораһа ла, был мәсьәләне хәл итмәй. Йылылыҡ миҙгеле 25 сентябрҙән башланғас, тап ошо ваҡыттан һигеҙ ай өсөн иҫәп башлана. Башҡаса әйткәндә, кем сентябрҙең бер нисә көнө өсөн тулыһынса түләгән, май айында фатирҙарға йылы бирелгәндә лә йылылыҡ өсөн түләмәйәсәк. Аҙаҡҡы тапҡыр апрель өсөн түләнә.
Йылыны иҫәпләү приборҙары ҡуйылған йорттарҙа күпме тотонолған, шунса күләмдә түләйһең. Ҡайҙа ундай приборҙар юҡ, түләүҙәр норматив буйынса иҫәпләнә.
“Инцидент менеджмент” системаһына 865 мөрәжәғәт килгән. Өфөлә 1200-гә яҡын йортҡа йылыны иҫәпләү приборы ҡуйылмаған.
Фото: "Башинформ".