Социаль мәсьәлә
30 Октябрь 2021, 13:00

Ҡунаҡҡоловтарға бәйле тағы ҡыуаныслы хәбәрҙәр бар

Журналист Рәмзиә Кәримова Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған Ҡунаҡҡоловтарға бәйле шатлыҡлы яңылыҡтары менән уртаҡлашты. Уның курсташы, эшҡыуар Филүс Үтәгәнов егеттәргә ниндәй бүләк вәғәҙәләгән? 

Ҡунаҡҡоловтарға бәйле тағы ҡыуаныслы хәбәрҙәр барҠунаҡҡоловтарға бәйле тағы ҡыуаныслы хәбәрҙәр бар
Ҡунаҡҡоловтарға бәйле тағы ҡыуаныслы хәбәрҙәр бар

Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән бер туған Рәфис, Рафиҡ, Фәйез Ҡунаҡҡоловтарҙың хәл-әхүәле тураһында даими яҙып торабыҙ.

Белеүебеҙсә, нәҫел сире сәбәпле инвалид булып, ауыр ғына шарттарҙа йәшәгән егеттәрҙең көнитмешенә, проблемаларына тәүгеләрҙән булып журналистар Рәхимә Мусина, Рәмзиә Кәримова, уларҙы үҙ туғанылай күргән әүҙем йәмәғәтсе Идиә Ғәлимова иғтибар йүнәлткәйне. Артабан көслө рухлы ир-егеттәр тураһында бик күп баҫмалар яҙып сыҡты, һөйләне, бихисап халыҡ ихлас күңелдән матди ярҙам күрһәтте.

Әле бына журналист Рәмзиә Кәримова Ҡунаҡҡовтарға ҡағылышлы тағы ла яҡшы яңылыҡтары менән уртаҡлашты.

“Был тиклем дә ҡыуаныслы хәбәрҙе бүлешмәйенсә йоҡлап булмаҫ ул! Бөгөнгө йома сюрприз артынан сюрприз! Бәхет яуа ғына бит! Ул таҡта килде, ул инвалидлыҡ хәл ителде! Һыу менән канализация селтәре эшләп тора. Ә хәҙер килеп... Хөрмәтле дуҫтарым, кер йыуыу машинаһына ла бағыусы табылды. Уйламаған ерҙән! Ҡунаҡҡоловтарға кер йыуыу машинаһын курсташым, эшҡыуар Филүс Үтәгәнов бүләк итергә булды. БДУ-ла бергә уҡыған курсташтарҙың чатында Шәүрә Ярмуллина минең тапшырыуымды илап ҡарағаны хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡайны, башҡалар ҙа Ҡунаҡҡоловтар яҙмышын ҡыҙыҡһынып күҙәтеп барыуын белдерҙе. Әле Өфөлә йәшәгән Көйөргәҙе районы егете Филүсебеҙ: "Аллаһ ризалығы өсөн кер йыуыу машинаһын мин алып бирермен", - тине лә ҡуйҙы. Бына һиңә мә! Күктән һорағанды Хоҙайым ерҙән бирҙе! Рәхмәт Филүс! Иткән изгелегең үҙеңә, ғаиләңә бәрәкәт булып ҡайтһын!” – тип яҙҙы кисә журналист социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Фото Рәмзиә Кәримованың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас