Социаль мәсьәлә
2 Ноябрь 2021, 10:15

Ҡартлыҡта ла шатлыҡ бар

BashNewsBashNews
Фото:BashNews

Иглин районының Көҙәй ҡарттар һәм инвалидтар йорто тарихындағы тәүге ғаилә байрамы – туй булды. Был шатлыҡлы ваҡиғаны интернатта йәшәгән һәр кем, хеҙмәткәрҙәр, шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телеканалының ижади төркөмө уртаҡлашты.

71 йәшлек Владимир Шихов һәм  78 йәшлек Клавдия Мавлянова тап ошо интернатта никахлашырға ҡарар иткән. Яҙмыштары еңелдән  булмаһа ла, тормоштарына зарлан­майҙар. Тәүҙә бер нисә интернат учрежде­ниеһын алмаштырырға тура килгән, хәҙер улар яңғыҙ түгел, бер-береһе өсөн терәк-таяныс.

Ә мөхәббәттәре  интернаттың Балаҡатай бүлексәһендә башланған. Яңы урынға күсеү менән яңы тормош башларға булғандар. Владимир Шихов  заманында Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡан, ә Клавдия Христофоровна йәш сағында уҡ инвалидлыҡҡа юлыға. Икеһенең дә балалары ла, туғандары ла юҡ.

“Өлкән йәштә бер-береңде эҙләп табыу – бик һирәк күренеш. Бәхетле ғаилә тормошон ҡартлыҡта ла ҡороп булыуына бер  сағыу миҫал был”, – ти Көҙәй интернаты директоры вазифаһын башҡарыусы Әлфинә Ғарипова.

Никахлашыусыларҙың пландары ҙур – интернаттан фатирға күсеп, үҙ ояларын ҡормаҡсы улар. Бәхетле парға һаулыҡ теләйбеҙ!

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас