

Өфөлә күптән түгел эш башлаған йылылыҡ буйынса оператив штаб колл-үҙәге телефон аша 3,5 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул итте. Ҡала хакимиәтендә әйтеүҙәренсә, халыҡтың һорауҙары 6–12 сәғәт эсендә хәл ителә.
Яңы структура ҡатмарлы хәлдәрҙә йәһәт ҡарарға килеп, тейешле инстанцияларға һорауҙар ебәрергә, эште контролдә тоторға ярҙам итә. Колл-үҙәк махсус программа менән тәьмин ителгән.
“Һәр шылтыратыуға оператор электрон карточка әҙерләй һәм, темаһына ҡарап, идарасы йәки ресурс менән тәьмин иткән ойошмаға тапшыра. Йә булмаһа теге йәки был закон нормаларын, ҡағиҙәләрен аңлата, – ти Ҡала эшмәкәрлеген тәьмин иткән идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Антон Тристан. – Бөгөн ғаризаларҙың 90 процентында төп тема – йылылыҡ биреү һәм торбаларҙағы һауа тығыны. Ике проценты артыҡ ныҡ йылытыуға бәйле, түләүҙәр буйынса ла һорауҙар иһә, күбеһенсә дөйөм иҫәп приборҙары менән тәьмин ителмәгән йорттарҙа йәшәүселәрҙән килә”.
Әле колл-үҙәктә 9.00 – 19.00 сәғәттә ете кеше эшләй. Бынан тыш, шылтыратыуҙарҙы Граждандарҙы яҡлау идаралығының дежур операторҙары ҡабул итә. Улар кис һәм төндә “ҡыҙыу бәйләнеш”тә лә эшләй. Йылы өсөн түләүҙәр буйынса һорауҙарҙың күбәйеү ихтималлығын күҙ уңында тотоп, операторҙар һанын арттырыу ҡарала. Ҡыш урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса мөрәжәғәттәрҙе лә ҡабул итәсәктәр.
Бөтә һорауҙар менән ошо телефонға шылтыратығыҙ: 277-09-11. Аҙна һайын шишәмбелә 16.00 – 18.00 сәғәттәрҙә граждандарҙы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙар буйынса ҡабул итәсәктәр. Шулай уҡ Өфөнөң Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығында аҙна һайын кесе йома граждандарҙы ҡабул итеү ойошторола. Адресы: Комсомол урамы, 165/1.
Динә АРЫҪЛАНОВА