

Бөгөн эшһеҙ граждандар дәүләт ярҙамынан файҙалана ала. 145 мең һумға тиклем бер тапҡыр бирелгән финанс ярҙамы алырға мөмкин.
Күләме ҙур булмаһа ла, бәләкәй генә эшмәкәрлекте асыу өсөн ярап ҡуйыуы бар. Эш яйлы барғанда, ул табыш килтерәсәк. Бынан тыш, процедураларҙы тамамлағандан һуң, кеше әҙер бизнес-план һәм теоретик белем ала. Уларҙың аҙаҡ та ҡатмарлы хәлдә кәрәге тейеүе бик мөмкин. Тик был дәүләт ярҙамын алыуҙың шарты ла бар: һуңғы йылда эш эҙләгән граждан эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнмәгән булырға тейеш.
250 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы социаль яҡлау органдарында “аҙ килемле” булараҡ иҫәптә торғандарға бирелә. Төп шарт: һуңғы өс йылда кешенең эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн Мәшғүллек үҙәге аша субсидия алмаған булыуы кәрәк.
Динә АРЫҪЛАНОВА