

Күптән түгел беҙҙе, оло йәштәге хеҙмәт ветерандарын республикабыҙҙың Ғафури районына сәйәхәткә алып барҙылар. Өфө ҡалаһының Инвалидтар ойошмаһы рәйесе Ришат Хәйретдин улы Аллағужин хаҡлы ялдағы өлкәндәрҙе ошо изге юлға алып сыҡты. Автобуста экскурсанттар менән бер-беребеҙҙе күптән белгән иптәштәр кеүек иркен аралаштыҡ.
Иң беренсе туҡталышыбыҙ М. Ғафури исемендәге гүзәл паркта булды. Аҡ ҡайындары, биш шишмә сығанағы, тылсымлы һауаһы менән беҙҙең күңелдәрҙе арбаны ул. Еҙем-Ҡаран ауылында ошо шишмәләргә яҡын йәшәгән Мәжит, бала саҡтан был урындарҙы үҙ итеп, күңелендә матур хис-тойғо һаҡлай алғандыр. Үҫмер ҡулына ҡәләм алғас, халҡының ауыр тормошон һүрәтләгән әҫәрҙәрен тап ошо шишмәләр янында ижад итә...
Яҙыусы һәм шағирҙарҙың һәр береһе паркка килгән һайын ҡайын ағастары ултыртҡан. Бөтә матур байрамдарҙы үткәрергә ауыл халҡы бында килгән. Бигерәк тә туй үткәрергә, ғаилә ҡорорға әҙерләнгән йәш килендәр һыу юлын ошо шишмәләрҙән башлаған.
Был ерҙең тылсымлы икәненә үҙебеҙ ҙә ышандыҡ. Биш шишмәнең һыуҙарын тәмләп йөрөгәндә, Валерий Иосипович менән Жанна Йомаҙил ҡыҙы, яңылыш тайып китеп, аяҡтарын ныҡ ҡына һыуланы. Тиҙ генә аяҡ кейемдәрен сисеп, яңы ойоҡбаштар кейҙереп, үҙҙәрен машина эсенә ултырттыҡ. Һыуыҡ теймәһә ярар ине, тип ҡурҡабыҙ. Һөйләһәң, әҙәм ышанмаҫ, еүешләнгән аяҡ кейемдәре менән ойоҡбаштары биш минут та үтмәй кибеп сыҡты. Беҙ быны мөғжизә кеүек ҡабул иттек.
Зирәк ауылында Әүлиә, Әбей һәм Бабай таштарын күрергә насип булды. Ошо яҡта осраған көтөүсе ни өсөндөр беҙгә кире яҡҡа юл күрһәтте, ә беҙ “бик урау була” тип, алға табан юлландыҡ. Тиҙ арала ошо кәртәләнгән таштарға тап булдыҡ. Шуныһы ҡыҙыҡ, беҙ барыуға юл өйрәткән көтөүсе, этен эйәртеп, ни арала таштар янына килеп тә еткән.
Ирекмән Лира Волкова, төрлө ҡыҙыҡлы легендалар һөйләп, беҙҙе мауыҡтырҙы. “Бында ятҡан бәләкәй ташты ла алырға ярамай! – тип киҫәтте. – Барыбер кире килтерергә тура киләсәк. Күпме генә был таштарҙы алып китергә теләһәләр ҙә, улар барыбер кире ҡайтҡан. Ямғыр яуһа, халыҡ уға һыу һипкән. Әгәр ҡоролоҡ булһа, мал майы менән таштарҙы йыуғандар”.
Бер ташты һыйпап ҡарағанда, өҫтөндәге майҙың ҡатып ҡытыршыланыуын ҡулдарыбыҙ менән тойҙоҡ. Беҙ был тылсымлы таштар янына яҡты, саф уйҙар менән килеп, иҫәнлек-һаулыҡ теләп, уларға ҡулдарыбыҙҙы тейҙереп сәләмләнек.
Ерек ауылындағы республикабыҙҙың географик үҙәгендә үҙебеҙҙе ер һаҡсылары кеүек хис иттек. Тирә-яҡтағы сүп-сарҙы йыйып, тәбиғәт матурлығына һоҡланып, ете имән ағасы ултырттыҡ.
Ҡарағай ауылында 1904 йылда бер ҡаҙаҡ ҡаҡмайынса ағастан төҙөлгән Изге Алла анаһы Покров сиркәүе ҡорамына күҙ һалдыҡ. Миндәк йылғаһы аша сыҡҡанда тау башында тирәктәр араһында ярым емерек ҡорам күренеп тора. Элекке күркәм бинаны 30-сы йылдарҙа уҡ боҙа башлайҙар. Тәүҙә хужалыҡ келәттәренә, аҙаҡ ауыл клубына әүерелдерелә. 1990 йылдарҙа бөтөнләй юҡҡа сыға. Халыҡ әйтеүе буйынса, бөтә ауыл янғанда ла ҡорамға ут тоҡанмай, эргәһендәге йорттарға килеп етеү менән һүнә. Сиркәү емерек булһа ла, һаман да табынырға ошонда киләләр.
Ташаҫты ауылына еткәндә Аҡташ ҡаяһы беҙҙе һәйкәл кеүек ҡаршы алды. Ошо гүзәл Башҡортостанда йәшәгәнебеҙ өсөн ҙур ғорурлыҡ кисереп, тәбиғәт киңлектәренә мауыҡтырғыс сәйәхәтте уйлап ойоштороуҙары өсөн рәхмәт белдерҙек. Ауылды Еҙем йылғаһы аша күтәрмәле күпер тоташтырып тора. Йыраҡтан булһа ла Уҡтауҙы күрҙек.
Яңы хис-тойғолар менән ҡайтыр юлға сыҡҡанда, барыбыҙ ҙа яҡын дуҫҡа әйләнеп, пландарыбыҙ менән уртаҡлашып, Ришат Хәйретдин улына рәхмәт әйтеп таралыштыҡ.
Роза ЗИННӘТШИНА,
Өфө ҡалаһының Инвалидтар ойошмаһы ағзаһы.