

Халыҡ һорауы буйынса, республиканың көньяҡ-көнбайыш тарафында йөрөгән "Һөт кухняһы" автолавкаһы маршрутына тағы ике урын – Күгәрсен районының Йомағужа ҡасабаһы менән Ҡырмыҫҡалының Ҡабаҡ ауылы өҫтәлә.
Бөгөнгә был ауылдарҙың береһендә – 50, икенсеһендә 20 һөт аҙыҡтарын алыусы бар. Элек улар район үҙәктәрендә – Мораҡта һәм Ҡырмыҫҡалыла урынлашҡан Дәүләт дарыуханаларында алған булған, ә уларға барып етеү өсөн ҡырҡ саҡрым ара үтергә кәрәккән.
"Автолавкаға яҡын-тирәлә ятҡан ауылдарҙағы кешеләр ҙә күсә ала, бының өсөн ғариза ғына яҙырға кәрәк", – ти сауҙа һәм хеҙмәттәр министры А. Гусев.
Йомағужаға автолавка дүшәмбе көндәрендә көндөҙгө сәғәт 1-ҙән 3-кә тиклем киләсәк. Ул Парк урамы, 27 адресы буйынса туҡталасаҡ. Ҡабаҡҡа – шишәмбе көндәре сәғәт 12-нән 1-гә тиклем барып, Төҙөүселәр урамы, 45-се йорт ҡаршыһында туҡталасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һөт аҙыҡтары, кипкән һөт ҡатнашмалары тейәлгән автолавкалар Стәрлетамаҡ йүнәлешендә быйыл сентябрь башынан йөрөй башланы. Бөгөнгә ул туғыҙ ауылдағы аҙ килемле ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 400-ҙән ашыу балаға һөт аҙыҡтары килтереп тарата. Бөгөн аҙ төшөмлө ғаиләләрҙә йәшәгән 24395, 40 етем һәм ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған бала, шулай уҡ 467 ауырлы һәм сабый имеҙгән әсә бушлай һөт аҙыҡтары менән тәьмин ителә. Республиканың "Һөт кухняһы" дәүләт автономиялы учреждениеһы Башҡортостан Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 декабрендәге 784-се "Башҡортостан Республикаһында ауырлы ҡатындарҙы, бала имеҙгән әсәләрҙе, шулай уҡ өс йәшкә тиклемге балаларҙы сәләмәт туҡланыу менән тәьмин итеү тураһында"ғы ҡарарына ярашлы халыҡты аҙыҡ һәм беренсел мөһим тауарҙар менән тәьмин итә.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru