Социаль мәсьәлә
2 Ноябрь 2021, 10:22

Йөҙ кеше бер ай маташҡанды...

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

Бынан бер нисә йыл элек республикала медицина анализдарын тикшереү структураһы тулыһынса үҙгәрҙе. Хәҙер анализды дауаханала йәки поликлиникала тикшермәйҙәр, ә үҙәкләштерелгән заманса, аныҡ аппараттарҙа тиҙ башҡаралар.

2022 йылдың 1 ғинуарынан Өфөлә бөтә планлаштырылған  анализдарҙы үҙәкләштерелгән рәүештә эшләйәсәктәр. Тикшереү ике ҡала дауаханаһы базаһындағы лаборатория үҙәгендә  башҡарыласаҡ. Миҫал өсөн: Ғәли поликлиникаға барып ҡан тапшыра. Пробирканың  үҙенсәлекле штрих-коды бар. Лаборант уны сканлай һәм теркәй, ошо һандарҙың тап “Ғәлиҙеке” икәнен билдәләп ҡуя.

Ҡанды яҡындағы үҙәккә илтәләр. Лаборант уны ячейкаларға һала, машина бөтә анализдарҙы ла эшләй.  Һөҙөмтә мәғлүмәттәрҙең берҙәм базаһына инһен өсөн  тағы бер тапҡыр һәр кодты сканларға кәрәк. Табибығыҙ хәҙер анализ һөҙөмтәләрен күрә аласаҡ. Ул ғына ла түгел, республикалағы  ниндәй генә табипҡа мөрәжәғәт итһәгеҙ ҙә,  белгестәрҙең анализдарҙы күреү мөмкинлеге буласаҡ.   Барыһы ла электрон рәүештә һаҡлана.

“Аңламаным, хәҙер миңә анализ биреү өсөн ҡайҙа барырға кәрәк һуң?” тип әйтеүселәр булыр. Һеҙҙең өсөн бер ни ҙә үҙгәрмәй. Элек нисек булған, шулай уҡ  үҙегеҙҙең поликлиникала ҡан бирәсәкһегеҙ. Система күп райондарҙа эшләй, ә кешеләр үҙгәрештәрҙе һиҙмәне лә.  Улай булғас, ниңә кәрәк һуң  бындай яңы система?

Тәү сиратта автоматлаштырылған эш тиҙлек һәм уңайлылыҡ өсөн кәрәк. Икенсенән, был сифат һәм хәүефһеҙлек тигән һүҙ. Машина анализдарҙы бутамай, иҫәпләүҙә яңылышмай һәм “сәй эсергә” лә туҡтамай. Кеше хатаһын ул ҡабатламаясаҡ. Машиналар ҡеүәтле, республикаға бер нисә ошондай техника етә.  Йөҙ кеше бер ай буйы  иҫәпләгәнде  улар секунд эсендә эшләй.

Әлегә коронавирусҡа анализдар ғына үҙәкләштерелмәгән. Тестар бик үҙенсәлекле, шуға күрә уларҙы төрлө лабораторияла тикшерәләр. Анализ һөҙөмтәләрен нисек белергә була? Телефонға “К врачу”  түләүһеҙ ҡушымтаһын күсереп алығыҙ  йәки “Берҙәм медицина порталы” сайтына инеп теркәлегеҙ.  Бының өсөн һеҙгә “Дәүләт хеҙмәттәре” порталында теркәлеү мотлаҡ.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас