Социаль мәсьәлә
2 Ноябрь 2021, 10:16

Йәштәр йүнсел булырға теләй

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика вакансиялар банкында 60 мең тәҡдим бар, былтырғыға ҡарағанда 1,5 тапҡырға күберәк тигән һүҙ.

Уларҙың 70 проценты – эшсе һөнәрҙәре, мәҫәлән, бөгөндән 3 100 водитель, 2 800 слесарь талап ителә.  Хеҙмәт хаҡы ярайһы – 70-75 мең һумға тиклем. Шулай уҡ 2 800 һатыусы, 1 300 инженер, 1 000 ашнаҡсы кәрәк. Тегенселәр, тәрбиәселәр, токарҙар һәм фрезлаусыларға ҡытлыҡ ҙур.

– Беҙҙә тырыш йәштәр байтаҡ. Күптәре үҙ эшен асырға теләй.  Уларға төрлө эшмәкәрлектә үҙҙәрен һынап ҡарарға тәҡдим итәбеҙ, сөнки һәр кем эшҡыуар булып китә алмай. Йәштәргә ваҡытлыса эш табырға ярҙам итәбеҙ, йыш ҡына ул даими эшкә әүерелә, – ти Йәштәр мәшғүллегенә ярҙам үҙәге  директоры Елена Недопекина.

Законға ярашлы, үҫмерҙәргә 14 йәштән эшләргә мөмкин. Быйыл һигеҙ ай эсендә Мәшғүллек хеҙмәтенә 17,6 мең үҫмер мөрәжәғәт иткән. Уларға тәжрибә талап ителмәгән вакансиялар тәҡдим ителә. Быйыл республиканың мәшғүллек үҙәктәренә 29 йәшкә тиклемге 30 мең граждан килгән һәм уларҙың 67,3 проценты эшкә урынлаштырылған.

 

Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне.

Читайте нас