Социаль мәсьәлә
3 Ноябрь 2021, 06:30

Изгелеккә һәр кем хоҡуҡлы

Илебеҙҙә хәйриәлек һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге ғәҙәти күренешкә әүерелә бара.

Изгелеккә һәр кем хоҡуҡлыИзгелеккә һәр кем хоҡуҡлы
Изгелеккә һәр кем хоҡуҡлы

Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе хәйриә эшмәкәрлегенә айырым иғтибар бирә. Кисә, 2 ноябрҙә, Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан, бүлексә ағзалары мохтаждарға аҙыҡ-түлек йыйылмаһы тапшырҙы. Проект “ДоброПраво” хәйриә акцияһы нигеҙендә тормошҡа ашырылды.

Ассоциацияның Башҡортостан бүлексәһе рәйесе кәңәшсеһе Артур Вәғизов, башҡарма директоры, бүлексә аппараты етәксеһе Екатерина Смоленчук, ассоциация ағзаһы Фадим Феактистов, Йәш юристар советы вәкилдәре, шулай уҡ ирекмәндәр Өфө ҡалаһында, Благовещен һәм Өфө райондарында изге эш башҡарҙы. Улар ауыр пандемия осоронда Өфөнөң Дим районындағы дөйөм белем биреү мәктәптәрендә, Эске эштәр министрлығы мәктәбендә, БДУ-ның Хоҡуҡ институтында эшләгән пенсия йәшендәге уҡытыусыларға, Өфө хосписындағы ҡаты сирлеләргә аҙыҡ-түлек йыйылмаһы бүләк итте. Әйткәндәй, бүлексә пациенттарға ярҙам күрһәтеү буйынса Өфө хосписы менән оҙайлы хеҙмәттәшлекте башларға ниәтләй.

Акцияның инициаторы – Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе, Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ирина Панькина. Уның әйтеүенсә, илебеҙҙә хәйриәлек һәм ирекмәнлек эшмәкәрлеге тормош нормаһына әүерелә бара.

“ДоброПраво” акцияһында республикалағы 35 кешегә ярҙам күрһәтелде.

Мәғлүм булыуынса, ассоциацияның Башҡортостан бүлексәһе хәйриәлеккә ҙур иғтибар бирә: бушлай юридик ярҙам күрһәтеү буйынса 50-нән ашыу үҙәк эшләй, квартал һайын Берҙәм бушлай юридик ярҙам көнө ойошторола, онлайн-үҙәктәр асылған, төпкөл ауылдарҙа йәшәгәндәргә хоҡуҡи яҡтан ярҙам итеү өсөн күсмә мобиль штаб бар.

Фото: Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе.

Сығанаҡ: Рәсәй юристары ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе.

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас