

2021 йылдың мартында эш башлаған субсидияланған найм федераль программаһы буйынса 1350 эшһеҙ граждан хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән.
Сараны тормошҡа ашыра башлағандан алып унда 825 эш биреүсе ҡатнашҡан. Шулай итеп, октябрҙә генә 240 кеше 120 ойошма-предприятиеға урынлаштырылған.
"Сарала ҡатнашҡан һәр өсөнсө кеше эш эҙләүҙә ауырлыҡтар кисергән. Шулай итеп, субсидияланған найм программаһы нигеҙендә 35 инвалид, уҡыу йортон тамамлаған 23 кеше, пенсия алдындағы 256 граждан, бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән 116 яңғыҙ йәки күп балалы әсә, шулай уҡ иректән мәхрүм итеү урынынан сыҡҡан өс кеше эш тапҡан. Был сара социаль йәһәттән яҡлауға мохтаж категория граждандарҙы эшкә урынлаштырыу һәм коронавирус пандемияһы сәбәпле ҡырҡа артҡан эшһеҙлекте кәметеү мөмкинлеген бирә", - тип белдергән республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, найм программаһына төҙәтмәләр индерелде: яңы ҡағиҙәләр буйынса, эш биреүселәр 2021 йылдың 1 авгусынан мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торған граждандарҙы эшкә алған өсөн дәүләт ярҙамынан файҙаланыу хоҡуғына эйә. Быға тиклем дәүләт ярҙамы 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем генә мәшғүллек үҙәгендә иҫәптә торғандарҙы эшкә алған өсөн күрһәтелә ине.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53297