

Рәсәйҙең Пенсия фонды күптән түгел былтырғы йылдың башынан аҙағына саҡлы үҙ пенсияһына ирекле өҫтәмәләр ебәреп торған граждандарҙың иҫәбенә, дөйөм алғанда, өс миллиард һум күсерҙе. Бындай ярҙам пенсия тупланмаларын финанслауҙа ҡатнашҡан кешеләргә генә бирелә.
Был программала ҡатнашыусылар пенсия тупланмаларына йылына ике мең һумдан алып 12 мең һумға саҡлы иғәнә күсерә ала. Былтыр граждандар 3,4 миллиард һум аҡса күсергән һәм, дәүләттән бүленгән финансты ла иҫәпкә алып, 6,4 миллиард һумлыҡ фонд булдырған.
Дәүләттән ошо маҡсатта бүленгән сумма программа өсөн иғәнә күсергән кешеләрҙекенән айырыла, сөнки ҡайһы бер граждандар ике меңдән дә аҙыраҡ йәки 12 мең һумдан да күберәк биргән, ә ошо ике сик араһындағы иғәнәләргә өҫтәмә түләнә.
Әгәр ҙә 2019 йылда иғәнәләрҙең уртаса суммаһы 9,7 мең һум булһа, былтырғы йомғаҡтар буйынса был күрһәткес 10,4 мең һум тәшкил иткән. Граждандарҙың аҡсаһына һәм дәүләт күсергән суммаға эш биреүсе күсергән аҡса ла өҫтәлгән – хәлле компаниялар Пенсия фондына үҙ хеҙмәткәрҙәре өсөн даими рәүештә иғәнә өҫтәп бара. Былтыр ошондай предприятиелар күсергән сумма 57,6 миллион һум тәшкил иткән.
Яңы иғәнәләр менән бергә ирекле булдырылған дөйөм күләм һуңғы йылдарҙа – 68,6 миллиард һумға, дәүләттең уны финанслашыуҙа ҡатнашыу өлөшө 66,3 миллиард һумға еткән. Ошо программа буйынса бөгөн 34,7 мең пенсионер ай һайын өҫтәмә түләү ала. Уларҙың пенсияһына был өҫтәмә айына уртаса 1,9 мең һум тәшкил итә. Был сумма өҫтәмә яңы түләүҙәр һәм тупланған сумманы инвестициялау иҫәбенә йыл һайын арта бара. Уның “хәрәкәт”ен Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинет аша контролдә тоторға мөмкин.
Тупланған сумманы пенсионер үҙ вариҫтарына васыят итеп ҡалдырырға ла хоҡуҡлы. Вариҫтар бөтә тупланған йәки пенсионерға түләнеп өлгөрөлмәгән сумманы аласаҡ.
Былтыр Рәсәйҙең Пенсия фондына иғәнә күсерергә теләү хаҡында 129,8 мең ғариза килгән. Был 2019 йыл менән сағыштырғанда аҙыраҡ – шул осорҙа ғаризалар 345 меңгә еткән икән. Ғаризалар һаны бер нисә йыл инде кәмеүен дауам итә, быны 2019 йылдан алып күсереү каналдарының аҙайыуы менән аңлаталар.
Ғаризалар һанына ҡарағанда, уларҙың яртыһынан ашыуы дәүләткә ҡарамаған фондтарға түгел, ә Рәсәй Пенсия фондына түләргә теләй. Был хәл ошоға саҡлы дәүләткә ҡарамаған фондтар менән хеҙмәттәшлек итеүселәргә лә ҡағыла. Бер йыл эсендә был программала ҡатнашҡан һәм икенсе фондҡа күсергә теләгәндәрҙең 56,5 проценты Рәсәй Пенсия фондын һайлаған, 30,1 проценты дәүләткә ҡарамаған фондтарҙың береһенән икенсеһенә күсергә теләк белдергән, 12,5 проценты Рәсәй Пенсия фондынан дәүләткә ҡарамаған фондҡа күскән.
Яңыраҡ Мәскәү биржаһында ошондай пенсия тупланмаларын банк депозитына һалыу буйынса ғаризаларҙы ҡарау процедураһы үткәрелде. Аукцион һөҙөмтәһендә бер кредит ойошмаһының 430 миллион һумлыҡ ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелгән, был сауҙалашыуға сығарылған бөтә сумма тигән һүҙ. Пенсия тупланмалары йылына 6,06 процент килем биргән депозиттарға урынлаштырылған. Ҡануниәткә ярашлы, пенсия тупланмаларына килгән мәжбүри һәм ирекле страховка иғәнәләре инвестицияға йәлеп ителә ала.
- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.