Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
9 Ноябрь 2021, 16:23

“Үҙҙәре тураһында ғына һөйләйҙәр...”

Пенсия йәше еткәс тә хаҡлы ялға сыҡҡан бер хеҙмәттәшем күптән түгел шулай тине: “Ете йыл инде пенсияла көн күрәм, яңғыҙ йәшәгәнемде беләһең. Беләһеңме, иң ауыры нимәлә? Бер кемдең дә һиңә бер нимә тип тә өндәшмәүендә... Юҡ, тынлыҡты әйтмәйем, тирә-яҡ тауыш менән тулған, ләкин...”

Ысынлап та, бер кем дә тып-тын шарттарҙа йәшәмәй һәм был мөмкин дә түгел: ҡайҙалыр күршеләрҙә телевизор һөйләй, кемдер ремонт менән шөғөлләнә, тәҙрә ҡаршыһынан гөрһөлдәп машина уҙып китә, эт өрә... Ҡыҫҡаһы, тәүлек әйләнәһенә тауыш тынмай, тик уларҙың береһе лә һиңә тәғәйенләнмәгән. Хатта кемдер телефондан шылтыратҡанда йәки үҙең кемдеңдер хәлен белешергә булғанда ла, был – ваҡытлыса ғына күренеш. Артабан аралашыу тағы ла туҡтап ҡала.

“Әле килеп төшөндөм: өлкән һәм бигерәк тә үтә оло йәштәгеләр менән һөйләшергә, уларға мөмкин тиклем йышыраҡ төрлө яңылыҡтар еткереп торорға, фекерҙәрен белергә кәрәк икән, йәш саҡта быны аңламағанмын...” – ти әлеге танышым.

Әммә шуныһы бар – ололар менән аралашыу еңел түгел һәм һәр кемдең дә түҙемлеге етмәй. “Мин үҙем байтаҡтан инде пенсияла, әсәйем, ҡәйнәм, 87 йәшлек күрше ҡарсыҡ менән аралашырға тура килә, – ти икенсе бер танышым. – Ҡайһы саҡ, һүҙҙәрен бүлдереп, тиҙерәк ситкә китке килә, сөнки уларҙың бер үк нәмәне ҡабатлаған бөткөһөҙ хәбәрен тыңлап тороуы ауыр. Етмәһә, улар тыңларға яратмай, үҙҙәрен тыңлауҙы ғына талап итә. Элекке тормоштан миҫалдарын йәки ҡайһы ерҙәре ауыртҡанын миллион тапҡыр ишеткәнмен бит инде. Миңә һүҙ ҡыҫтырырға форсат тейһә лә, һөйләгән хәбәрем һәм хатта мин күтәргән тема уларға ҡыҙыҡ түгел шул...”

Заман үҙгәрә бара: хәҙер ата-әсәләр ҙә балаларына китап уҡымай, улары ла сит кеше телмәрен оҙаҡ тыңларға яратмай. Хатта тәрбиәләү маҡсатында әйтелгән һүҙҙәр, төшөндөрөргә ынтылыуҙар балала агрессия уята. Уҡыу процесы ла бөгөн ғәмәлдә электрон сараларға нигеҙләнгән. Белгестәр әйтеүенсә, педагогтар ҙа интернет аша уҡытыуға өҫтөнлөк биреү яҡлы, сөнки йылдар буйы оҙаҡ һөйләү, аңлатыу ялҡыта. Улар, моғайын, тынлыҡты әлеге пенсионерҙар кеүек ялҡытҡыс шарт тип һанамайҙыр.

Эйе, тынлыҡты уңайлы мөхит тип күргәндәр ҙә бар, әммә пенсионерҙар араһында бындай хәлдән үтә ялҡҡандар күпселекте тәшкил итәлер. Ҡала ихатаһында эскәмйәлә телефонынан айырылмаған йәки бәләкәй эт менән йөрөгән ҡарттарҙы күрһәгеҙ, уларҙы йәнле аралашыуға мохтаж кешеләр тип белегеҙ. Һәр хәлдә, ата-әсәһе иҫән саҡта аралашырға “ваҡыты булмаған” һәм, улар яҡты донъя менән бәхилләшкәс кенә, быға сикһеҙ үкенгән кешеләрҙе аҙым һайын осратам.

- Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.

Читайте нас: