Социаль мәсьәлә
11 Ноябрь 2021, 05:30

Имеш-мимешкә ышанмағыҙ

Байым дауаханаһы яҙмышы буйынса асыҡлыҡ индерелде.

Имеш-мимешкә ышанмағыҙИмеш-мимешкә ышанмағыҙ
Имеш-мимешкә ышанмағыҙ

Яңыраҡ социаль селтәрҙә Әбйәлил районының Байым ауылында табиплыҡ амбулаторияһын ябыуҙары тураһында хәбәр таралды. Байым ауыл биләмәһендә йәшәгән халыҡ дауахананы яптырмауҙарын һорап, йыйылыш ойошторҙо һәм хәлгә асыҡлыҡ индереүҙе талап итте.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында Әбйәлил районының Байым ауылындағы дауахананың ябылыуы тураһындағы хәбәрҙе кире ҡаҡтылар. “Байымдағы тәүлек әйләнәһенә булған стационар койкалары инфекция йүнәлешендә үҙгәртелде, көндөҙгө стационар эшләй һәм өҫтәп арттырылды. Тәүлек әйләнәһенә ҡарауға мохтаж пациенттар Асҡар үҙәк район дауаханаһына оҙатылды, уларҙы дауалауға һалыуҙан баш тартыусы юҡ”, – тип хәлгә аңлатма бирҙе ведомствоның матбуғат секретары Софья Алешина.

Уның һүҙҙәренсә, был - ауырыу көсәйгән саҡта ҡабул ителгән ваҡытлыса сара.

– Көндөҙгө стационарҙа дауалау штатлы режимда бара. Ауырыу кәмегәндә, йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында сиреләр һаны кәмегән осраҡта, тәүлек әйләнәһе күҙәтеү буйынса койкалар кире ҡайтарыласаҡ. Байым ауылында амбулатория ябылмай, уның ябылыуы тураһындағы мәғлүмәт ялған, – тип асыҡлыҡ индерҙе ул.

Асҡар үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Килдейәров та социаль селтәрҙә Байымда дауахана ябылмаясағы тураһында белдергән.

“Барлыҡ мәсьәлә аңлап етмәүҙән... Бөгөн социаль селтәрҙәрҙә Байым участка дауаханаһы ябылыуы тураһында видеояҙма ҡуйылған. Дауахана ябылмай, тип белдерәм! Уйлап сығармауығыҙҙы һәм хәлде көсөргәнешле итмәүегеҙҙе һорайым. Иртәгә урынға сығам, халыҡ менән осрашам һәм һорауҙарға яуап бирәм. Дауахана алдында сәғәт 10-да осрашабыҙ. Еңел булмаған заманда негатив урынһыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағаҙ!” – тип социаль селтәр аша урындағы халыҡҡа мөрәжәғәт итте баш табип.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 10 ноябрҙә Илгиз Килдейәров Байым ауылында халыҡ менән осрашып, хәлгә асыҡлыҡ индереп, дауахананың штат режимында эшләйәсәге тураһында белдергән.  

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас