Социаль мәсьәлә
11 Ноябрь 2021, 13:30

Өлкәндәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, ярҙамға мохтаж пенсионерҙар ошо телефон аша бәйләнешкә инә ала: 8-800-775-00-14.  

Өлкәндәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫӨлкәндәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫ
Өлкәндәр ярҙамһыҙ ҡалмаҫ

Өфөлә пенсионерҙарға бушлай ярҙам күрһәтелә. Социаль хеҙмәткәрҙәр өлкәндәрҙе поликлиника һәм банктарға илтә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерә.

Социаль хеҙмәткәр Рәзинә Зәкиева бына биш йыл инде пенсионер Любовь Сергеевна тураһында хәстәрлек күрә. Өй эштәрен башҡара, йыйыштыра, магазиндан кәрәк-яраҡ ташый, дарыуҙар ала. Ветеран социаль хеҙмәткәрҙең тырышлығынан, ярҙамсыллығынан бик ҡәнәғәт, ”унһыҙ нисек йәшәр инем?” ти. “Рәзинә бына нисәмә йыл инде миңә йәшәүе уңайлы, күңелем тыныс  булһын өсөн тырыша. Ғәжәпләнәм дә, һоҡланам да... Рәхмәтем уға сикһеҙ”, – ти Любовь Игнатьева.

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнөнә унар кешене хеҙмәтләндерә. “Араларында төрлөһө бар, кемгәлер дарыу, аҙыҡ- түлек килтереү ҙә етә, кемгәлер аш-һыу әҙерләргә, йорттарын тәртипкә килтерергә ярҙамлашырға кәрәк”, – ти Рәзинә Зәкиева. Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән, ярҙамға мохтаж пенсионерҙар ошо телефон аша бәйләнешкә инә ала: 8-800-775-00-14.

Фото: BashNews

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас