Социаль мәсьәлә
11 Ноябрь 2021, 15:15

Социаль эшҡыуарҙар һаны 70 процентҡа артҡан

Белгестәр фекеренсә, алдағы йылдарҙа республикала социаль хеҙмәттәр баҙары әүҙем үҫәсәк.

Социаль эшҡыуарҙар һаны 70 процентҡа артҡанСоциаль эшҡыуарҙар һаны 70 процентҡа артҡан
Социаль эшҡыуарҙар һаны 70 процентҡа артҡан

Ошо көндәрҙә Өфөлә Социаль эшҡыуарлыҡ буйынса төбәк-ара форум үтте. Сара "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектына ярашлы ойошторолдо.

Белгестәр һәм төбәктең башҡарма органдары вәкилдәре социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Белгестәр фекеренсә, алдағы йылдарҙа республикала социаль хеҙмәттәр баҙары әүҙем үҫәсәк.

Башҡортостанда социаль ойошма статусын алған эшҡыуарҙар һаны бер йыл эсендә 70 процентҡа артҡан — 196-нан 328 ойошмаға тиклем. Был күрһәткес буйынса төбәк Рәсәй субъекттары араһында тәүге өсәү иҫәбенә инде.

"Социаль эшҡыуарҙар дөйөм иҡтисад үҫешенә ҙур йоғонто яһай, тауарҙар етештереүгә йәки хеҙмәттәр күрһәтеүгә генә түгел, дөйөм алғанда, халыҡтың социаль һаҡланмаған ҡатламдарына ла шаҡтай ярҙам итә. Шуға күрә республика социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү йүнәлешен бер һүҙһеҙ билдәләй", — тине Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы социаль хеҙмәт күрһәтеүселәрҙең үҙ реестрын алып бара. 1 октябргә алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, был реестрҙа 244 предприятие тора, шуларҙың 189-ы - дәүләткә ҡарамаған секторҙан. 2021 йылдың туғыҙ айы йомғаҡтары буйынса, реестрҙа ҡатнашыусыларға федераль сығанаҡтарҙан биш миллион һумдан ашыу, республиканан ете миллиондан күберәк һум аҡса йәлеп ителгән.

Республикала оло йәштәгеләр өсөн дәүләткә ҡарамаған пансионат төҙөү буйынса бер нисә концессия килешеүенә ҡул ҡуйылған. Уларҙың икәүһе яҡын арала Ғафури районында асыласаҡ. Тәүгеһе - 13, икенсеһе 32 урынға иҫәпләнгән.

Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова билдәләүенсә, республикала бер нисә йыл дауамында социаль хеҙмәттәрҙең бер өлөшө дәүләткә ҡарамаған секторға күсерелгән. Был баҙар үҫешенә яҡшы этәргес булған. Һуңғы алты йылда төбәктең социаль өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтеү өсөн бүленгән аҡса күләме ике миллиард һумға тиклем артҡан.

"Бизнес, дәүләткә ҡарамаған сектор бик һығылмалы, ҡулланыусыларҙың үтенестәренә тиҙ яуап бирә. Әгәр 2017-2018 йылдарҙа республикала 19-20 шәхси балалар баҡсаһы булһа, хәҙер уларҙың һаны 45-кә етте, тағы ла бер нисә учреждение ошо арала сафҡа инәсәк. Беҙҙә балалар баҡсалары бар, улар үҙ биналарын төҙөй – уларға ярҙам итәбеҙ, гранттар бүләбеҙ, был үҙ һөҙөмтәһен бирә", — тине Башҡортостан мәғариф һәм фән министрының беренсе урынбаҫары Илдар Мәүлетбирҙин.

2020 йыл йомғаҡтары буйынса, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы социаль эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү сараларын тормошҡа ашырыу буйынса республиканы тәүге бишәү иҫәбенә индерҙе. Атап әйткәндә, төбәктә "Бизнес өсөн еңел һәм уңайлы шарттар булдырыу" проекты эшләй. Уға ярашлы, 2021 йылда социаль эшҡыуарҙарға грант ярҙамына 51 миллион һум аҡса бүленгән. Бынан тыш, социаль ойошмалар ташламалы шарттарҙа кредит, лизинг һәм башҡа дәүләт булышлығы саралары иҫәп тота ала. Эшҡыуарҙарға ярҙамдың тағы бер йүнәлеше булып "Социаль проекттарҙы тиҙләтеүсе" белем биреү программаһы тора. Башланғысты Башҡортостандың Социаль инновациялар үҙәге тормошҡа ашыра, ул Рәсәйҙә иң яҡшы өсәү иҫәбенә ингән. Атап әйткәндә, был программа ярҙамы менән 2021 йыл башынан 245 кеше белемен камиллаштырған.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53351

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас