Социаль мәсьәлә
12 Ноябрь 2021, 06:52

Эш шарттары күпкә яҡшырасаҡ

Илдар АҠЪЮЛОВИлдар АҠЪЮЛОВ
Фото:Илдар АҠЪЮЛОВ

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы реабилитациялау – социаль ярҙам  менән социаль хеҙмәтләндереү системаһының иң төп, ҡатмарлы һәм мөһим мәсьәләләренең береһе.

Республикала был йәһәттән төрлө эш атҡарыла. Мәҫәлән, инвалидтарҙы реабилитациялау буйынса сертификаттар бирелә, уларҙың көндөҙгө мәшғүллеге үҙәктәрен ойоштороу буйынса эш бара, уҡыу һәм күнекмәләр үткәреү өсөн фатирҙары асыла. Тағы шуныһы ҡыуаныслы: Өфөлә “Салют” республика һаулыҡ мөмкин­лектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәге төҙөлә башланы. Бынан тыш, Рәсәй конкурс һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһына 2023 йылдан инвалидтарҙы реабилитациялау өсөн иң яҡшы төбәк программаларын үҫтереүгә федераль финанслау буласаҡ. Был маҡсатта Башҡортостан барлыҡ төбәктәр араһында ла иң ҙур сумма – 61 миллион һум – аласаҡ, тип көтөлә.

Шулай итеп, республикала Өфө, Белорет, Күмертау һәм Нефтекама ҡалаларында урынлашҡан һәм 19 филиалы булған биш дәүләт реабилитация үҙәге һаулыҡ мөм­кинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе комплекслы реабилитациялау, социаль яраҡлаш­тырыу менән шөғөлләнә. Күптән түгел Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республика Хөкүмәтендә үткәрелгән кәңәшмәләрҙең береһендә былтыр 13,9 мең баланың республика реабилитациялау үҙәктәрендә ярҙам алыуы хаҡында белдергәйне. Әйт­кәндәй, был хеҙмәттәр йылдан-йыл ҙур һорау менән файҙалана икән. 2017 йылда ошондай үҙәктәр 15,4 мең баланы ҡабул итһә, быйыл 18,1 бала мөрәжәғәт иткән.

Күмертау ҡалаһындағы Республика һаулыҡ мөмкинлектәре сик­ләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе реабилитациялау үҙәгенең Стәр­лебаш районы филиалы Стәр­лебаш ауылында урынлашҡан. Әле район үҙәгендәге элекке поликлиника бинаһын реабилитация үҙәге филиалы итеп үҙгәртеү буйынса төҙөлөш эштәре бара. Филиал директоры Фаил Яруллиндың белдереүенсә, был эштәрҙе  “Уралстройгрупп” йәмғиәте (генераль директоры – Ратмир Фәхриев) атҡара. Әйткәндәй, барыһы ла – йылытыу, елләтеү, һыу менән тәьмин итеү системаһын монтажлау һәм баш­ҡалар –  графикка ярашлы бара. Бөтәһе 60-ҡа яҡын төҙөүсе йәлеп ителгән.

30 августа башланған төҙөлөш эштәрен килешеү буйынса 15 декабрҙә тамамларға тейештәр. Әммә төҙөүселәр әйтеүенсә, Күмер­тау ҡалаһында урынлашҡан Республика һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмер­ҙәрҙе реабилитациялау үҙәгенең Стәрлебаш районы филиалы был ваҡыттан алдан файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә. Әлегә буяу эштәре бара, плитәләр һалына һәм башҡа эштәр атҡарыла. Быға тиклем филиал майҙаны 380 метр булған бинала урынлашҡан. Хәҙер иһә уның майҙаны 900 метр тәшкил итәсәк. Өҫтәүенә, иң мөһиме – һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе ҡарау шарттары яҡшырасаҡ.

Үҙәк етәксеһе Рәмил Ардиванов төҙө­лөш эштәре барышын ҡарай, контролдә тота.

Шулай итеп, был бина файҙа­ла­ныуға тапшырылһа, һаулыҡ мөм­кинлектәре сикләнгән балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе медицина, социаль, психологик, педагогик реабилитациялау өсөн шарттар яҡшы­расаҡ.

Айһылыу НИЗАМОВА. 

Читайте нас