

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров профсоюз хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрам менән ҡотланы.
“Республикабыҙҙың профсоюз ойошмалары бай традициялары менән айырылып тора. Хеҙмәткәрҙәр өсөн заманса хеҙмәт һәм социаль-көнкүреш шарттары тыуҙырыу, хеҙмәтте һаҡлауға контроль, хоҡуҡи яҡлауҙы тәьмин итеү, лайыҡлы хеҙмәт хаҡына һәм социаль гарантияларға өлгәшеү һәм башҡалар буйынса тормошсан мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү тап профком рәйестәренең, профактивистарҙың иңенә төшә.
Баҙар реформалары башланыу менән өр-яңы социаль-иҡтисади шарттарҙа профсоюздар алдына ҡатмарлы бурыстар ҡуйылды. Уларҙы үтәү өсөн яңы эш алымдары талап ителде. Дәүләт, эш биреүселәр һәм профсоюздар араһындағы һөйләшеүҙәр ярҙамында байтаҡ социаль-иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге биргән социаль партнерлыҡ тәүге планға сыҡты.
Шуныһы ҡыуаныслы: профсоюздар ҡеүәтен юғалтманы, үҙ урынын тапты, социаль-хеҙмәт мөнәсәбәттәрендә тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусыға әүерелде.
Бөгөн Башҡортостандың Профсоюздар федерацияһы – республикалағы иң абруйлы йәмәғәт берекмәләренең береһе.
Һеҙҙе байрам менән ихлас ҡотлайым! Ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет, профсоюздар сафының берҙәмлеген, тыуған республикабыҙ файҙаһына башҡарған яуаплы эшегеҙҙә яңынан-яңы уңыштар теләйем!” тиелә республика Башлығының ҡотлауында.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147429.html
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147429.html