

Боҙлауыҡлы тротуарға йығылған өлкән йәштәге ир тын быуылыуынан яфаланып, торорға маташа. Тик аяҡтары ғына тыңлашмай, боҙло асфальтҡа тороп баҫырлыҡ хәле лә юҡ. Йөҙө ҡағыҙҙай ағарған ир янына үткән-һүткән кешеләр йыйыла һалды. Кемдер торғоҙорға маташты, кемдер ҡурҡыштан йөҙөн ситкә борҙо, бер нисә кеше ашығыс ярҙамға шылтыратырға ашыҡты. Ирҙең ғүмере ҡыл өҫтөндә икәнлеген һәр кем яҡшы аңлай.
–Бармы бында берәй табип? – Төлкө бүреге кейгән урта йәштәрҙәге ҡатын халыҡ араһында йүгергеләп йөрәк өҙгөс итеп ҡысҡыра. Ҡапыл халыҡ төркөмөн йырып, берәҙәккә оҡшаған бер ҡатын атылып сыҡты.Өҫтөндә майланып ҡатып бөткән йыртыҡ куртка, иҫке ботинка, хатта уныһы шнурҙар урынына сым менән бәйләнгән. Ауыр еҫ танауға килеп бәрелеүҙән күптәр танауын сырыштырҙы.
–Ҡайҙа тығылаһың?–тип асыуланып ҡысҡырҙы уға йәш ҡатын. –Алкаш!
Тегенеһе әсе һүҙҙәргә иғтибар ҙа итмәне, ирҙең тамағына ҡулын яҡын килтереп, пульсын тойомларға тырышты.
–Кит уның эргәһенән! Ҡара әле, ояты ла юҡ, битһеҙ! Кеше үлем алдында, ә ул уны ҡапшап маташа!–Ризаһыҙлыҡ белдергән ҡатынды яҡлашып, халыҡ геү килде.
–Күпме ята ул бында?–тип һораны берәҙәк ҡатын.
–Һинең ниндәй эшең бар унда? Ниңә, һин духтырмы әллә? Кит бынан!– кемдер уның капюшонынан тартып, ситкә тартҡыларға кереште.
Был арала ерҙә ятҡан ир ғырылдап, күҙҙәрен аҡайтты һәм кинәт тартышып, бөтөнләй тынысланды.
–Үлде!– тип, ҡот осҡос тауыш менән һөрәнләне йәш ҡатын һәм көсһөҙлөктән, ярҙам итә алмау үкенесенән иларға кереште.
-Етәр һиңә!– тип екерҙе берәҙәк ҡатын һәм капюшонын ирҙең ҡулынан ысҡындырып, ерҙә ятҡан ир янына сүгәләне. Башын күкрәгенә терәне. Аҙаҡ кинәт ҡулдарын ныҡ итеп тоташтырып, көс менән күкрәгенә һуҡты. Халыҡ “ах” итеп ҡалды. Секунд эсендә ерҙә ятҡан ир күҙҙәрен асты, ҡомһоҙлоҡ менән һауа һуларға тырышты. Тере! Күҙҙәре түңәрәкләнде, ныҡ итеп йүтәлләй башланы. Берәҙәк ҡатын уның баш аҫтына курткаһын сисеп һалды. Ир йыш тын ала башланы, тышта һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, маңлайы тир бөрсөктәре менән ҡапланды.
– Ашығыс ярҙам саҡырҙығыҙмы?– тип һораны ҡәтғи тауыш менән берәҙәк ҡатын.
– Эйе, эйе, хәҙер киләләр, – тине хәлде башынан аҙағына тиклем күҙәткән, ҡаушап ҡалған егет. Бөтәһе лә аптырашта ине.
– Ул терелерме?–тип шым ғына һүҙ ҡушты тәүҙә берәҙәкте рәнйетергә, ситләтергә тырышҡан йәш ҡатын. Тегенеһе башын ғына ҡаҡты. Тирә-яҡтағыларҙы аптыратып, берәҙәк ҡатын бәйләнгән иҫке кофтаһынан тап-таҙа ҡулъяулыҡ сығарып, ирҙең маңлайынан һөрттө.
– Ашығыс ярҙам килә! Ҡалай тиҙ!– тип кемдер ҡысҡырҙы. Халыҡ күк төҫтә униформа кейгән ике табипты үткәреү өсөн ситкәрәк таралышты.
– Нимә булды?-тип ҡыҙыҡһынды табиптарҙың береһе.
– Киҫкен инфарктҡа оҡшаған. Йөрәге туҡтап торҙо, –тип яуапланы берәҙәк ҡатын.
– Нисек эшләтеп ебәрҙегеҙ?–тип ышанмайынса һораны фонендоскоп тотҡан табип.
–Предкардиальный удар, – тип аңлатты ҡатын.
Табип телһеҙ ҡалды.
– Рәйсә Ғәлимовна?!–тип ғәжәпләнде ир.
– Һаумы, Вадим!– тип йылмайҙы танышы.
–Рәйсә Ғәлимовна! Һеҙ... нисек бында? Ни булды һеҙҙең менән?– табип уның ҡиәфәтенә күҙ йүгертеп, тамам аптырашта ҡалды.
– Һин, әйҙә, тәүҙә бурысыңды үтә! Ҡалғаны аҙаҡтан.
– Эйе,эйе, әлбиттә! – тип, табип фельдшерға бойороҡтарын бирҙе.
Рәйсә апай асфальттан йыртыҡ курткаһын алып кейҙе. Халыҡ уны хөрмәт менән, юл биреп оҙатты. Уның көмөрәйгән, ҡаҡса кәүҙәһе тиҙ арала кешеләр араһында юғалды.
– Ҡайҙа ул? Китеп тә өлгөргән! Асыҡлай ҙа алманым, нимә булған икән уның менән...– йүгереп килеп еткән табип аптырашта ҡалды.
– Доктор, кем ине һуң ул?
Табип тын ҡалған кешеләргә ҡарап киң йылмайып, ғорурлыҡ менән әйтә һалды:
– Рәйсә Ғәлимовна бит ул! Ул мине Беренсе медицина университетында уҡытты. Иҫ киткес белемле диагност, профессионал һәм бик яҡшы кеше! Ул йөҙәрләгән кешеләрҙе үлем тырнағынан ҡотҡарған табип...
Фото:toddmilne8.blogsport.com