

Яҡынса ике йыл элек коронавирус инфекцияһы хаҡында бер нәмә лә белмәй инек, ишеткәнебеҙ ҙә булманы. “Covid-19” донъялағы һәр илдең һаулыҡ һаҡлау тармағын ҙур һынау алдына ҡуйҙы, ғөмүмән, тормошобоҙҙо тотошлай үҙгәртте.
Шулай итеп, коронавирус пандемияһы республикабыҙ, шул иҫәптән Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы өсөн көтөлмәгән хәлгә әйләнде. Шуныһы мәғлүм: был инфекцияға ҡаршы көрәштә заманса ҡорамалдарҙың булыуы яҡшы. “Хәҙер пленкаларҙы эшләү, аппаратты ҡулдан көйләү кәрәкмәй. Һанлы аппараттағы бер төймәне баҫып ҡына сифатлы һүрәтте сығарырға мөмкин”, – тип һөйләй яңы рентген аппараты хаҡында Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы рентген-лаборанты Люциә Ибәтуллина. Өс тиҫтә йылға яҡын эш стажы булған хеҙмәткәр өсөн яңы кабинеттың уңайлы, киң, яҡшы һәм заманса ремонт эшләнеүе, әлбиттә, ҡыуаныслы. Өҫтәүенә, был пациенттарға ла ҡулайлы.
Икенсе яңы аппарат – һанлы флюорограф – Сулпан Дәминева ҡарамағында. Был ике заманса аппарат медицина ярҙамын күрһәтеү сифатын яҡшырта: район дауаханаһы табиптары юғары сифатлы рентген һүрәттәргә эйә булырға, оператив рәүештә диагноз ҡуйырға һәм, ғөмүмән, пациенттарҙы дауалауҙа ярҙам итә. Әйткәндәй, яңы медицина ҡорамалдары булған рентген һәм флюорография кабинеттары Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһында капиталь ремонт эштәренән һуң барлыҡҡа килгән. Ә быларҙың барыһы иһә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамында мөмкин булған. “Был – табиптар, дауахана һәм тотош район халҡы өсөн көтөп алынған ваҡиға”, – тип белдерҙе Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһы баш табибы Фидаил Хәбибуллин.
Шулай итеп, быйыл августан Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһында районда йәшәгән бихисап кеше медицина тикшереүе үткән. Яңы ҡорамалдарҙың техник мөмкинлектәре ярҙамында дауаханала рентген һүрәттәренең электрон базаһы булдырылған. Өҫтәүенә, рентген комплексы пациенттар сәләмәтлеге өсөн күпкә хәүефһеҙерәк: нурланыу ихтималлығы күпкә аҙыраҡ.
Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының кадрҙар менән тәьмин ителеүенә килгәндә, уларҙы медицина ойошмаһында эшләүгә йәлеп итеү өсөн йыл һайын район хакимиәте етәкселеге, үҙәк район дауаханаһы вәкилдәре һәм студенттар араһында осрашыуҙар уҙғарыла. Йәй көндәрендә буласаҡ табиптарға тәжрибә туплау мөмкинлеге бирелә. Медицина ойошмаһының дәртләндереү түләүҙәре тураһындағы ҡарарына ярашлы, йәш белгестәр һәм квалификация категориялары булған белгестәр өсөн өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Ошондай уҡ аҡсалата ярҙам һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә туҡтауһыҙ стажы булғандар өсөн дә тәғәйенләнә. Бынан тыш, ойошма етәкселеге тарафынан эшкә урынлашҡан табиптарға фатирҙы ҡуртымға алғанда шулай уҡ ай һайын аҡсалата ярҙам күрһәтелә. Район етәкселеге тарафынан торлаҡ төҙөлөшө өсөн бушлай ер участкалары бирелә, үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренең балаларын балалар баҡсаһына йәки мәктәпкә урынлаштырырға ярҙам күрһәтелә. Ауыр хеҙмәт көнөнән һуң йәш белгестәрҙең ялын файҙалы ойоштороу өсөн район етәкселеге йыл буйына бушлай киносеанстарға, бассейнға, күнекмә залдарына йөрөргә абонементтар бүләк иткән. Әйткәндәй, әле дауаханаға эндокринолог һәм офтальмолог талап ителә. Шуға теләге булғандар Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһына эшкә килә ала.
Айһылыу НИЗАМОВА.

