

Кисә кис Әбйәлил районының Йәнекәй ауылында йәшәгән өс бер туған Ҡунаҡҡоловтарға йәнә ҡунаҡ килеп төштө.
Кемдәр бит әле! Баштан уҡ уларҙың яҙмышы менән ҡыҙыҡһынып, йәмәғәтселек иғтибарына сығарып, коляскала ултырған бер туғандарға ярҙам ойоштороп ебәргән оло йөрәкле ватандаштарыбыҙ – мәҙәниәт эшмәкәре Идиә Ғәлимова, хәбәрселәр Рәхимә Мусина, Рәмзиә Кәримова, эшҡыуарҙар Рената Ҡаҙаҡаева, Илнур Юлдыбаев, Нур Фәтхетдинов һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов менән Әбйәлил район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов.
Кеше ҡайғыһына битараф булмаған йәмәғәтселәргә Азат Шамил улы “социаль әһәмиәттәге проектты тормошҡа ашырыуҙағы әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн” рәхмәт белдереп, республика Башлығының исемле бүләген һәм Башҡортостан Хөкүмәтенең Рәхмәт хатын тапшырҙы. Һуңынан социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә Премьер-министр урынбаҫары был осрашыу тураһында яҙып, Ҡунаҡҡоловтарҙың яҙмышы хаҡында "бер яҡтан, батырлыҡ, тормошҡа һөйөү һәм ихтыяр көсө, икенсенән, берҙәмлек, теләктәшлек белдереү һәм үҙ-ара ярҙам итеү өлгөһө" тине.
Азат Бадранов был эштә булышлыҡ иткән бөтә кешегә рәхмәт белдерҙе.
Фото: Азат Бадрановтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.