

Асҡын ауылында 2005 йылдың 1 ғинуарынан һуң торлаҡҡа мохтаж булараҡ сиратҡа торған етем балалар, инвалидтар һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр араһынан ете кеше тантаналы шарттарҙа фатир асҡысы алып ҡыуанды.
Барлыҡ уңайлыҡтары булған фатирҙар урындағы эшҡыуар Лилиә Ҡыямова етәкләгән ойошма тарафынан төҙөлгән. Был торлаҡ әлеге ваҡытта әүҙем үҫешкән "Йондоҙло" биҫтәһендә урынлашҡан. Йортҡа электр уты һәм һыу үткәрелгән, яҡын арала газ да килеп етәсәк.
Һәр фатирҙа зал, кухня, ишек яны һәм ванна бүлмәләре, һыу йылытыу ҡаҙанлығы бар. Хужалар йорт янындағы ер участкаһын да үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып, унда мунса, гараж төҙөй йәки баҡса үҫтерә ала.
Ғәҙәттә, йорт туйлауға буш ҡул менән килмәйҙәр. Яңы фатир хужалары Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов, район прокуроры Нияз Фәйезов, Суд приставтары хеҙмәтенең Асҡын районы бүлексәһе начальнигы вазифаһын башҡарыусы Илдан Арыҫланов, төҙөлөштөң подрядсыһы Лилиә Ҡыямованың ҡулынан иҫтәлекле бүләктәр алып ҡыуанды.
Йәштәргә яңы йортта именлектә, шатланып ғүмер кисерергә яҙһын!
Фото: Асҡын районы хакимиәте.