

Ҡырмыҫҡалы районының ЗАГС бүлегендә ҡыуаныслы ваҡиға – быйыл бында дүртенсе тапҡыр игеҙәктәр тыуыуы теркәлде.
Рәмилә һәм Руслан Ғәзизовтар ғаиләһендә Әминә, Рамина исемле һау-сәләмәт игеҙәк ҡыҙҙар тыуҙы. Ә өйҙә бәләкәстәрҙе ағалары Алмаз һәм апайҙары Руслана көтә.
ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре күп балалы ата-әсәне сабыйҙар тыуыуы менән ҡотлап, ҡыҙҙарҙың тәүге документтарын – тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтарын тапшырҙы. Хәҙер ғаиләлә мәшәҡәттәр менән бергә шатлыҡлы мәлдәр ҙә, бәхетле көндәр ҙә икеләтә артыр, тормош мәғәнәлерәк, тулыраҡ булыр төҫлө. Ғәзизовтар ғаиләһенә сәләмәтлек, именлек, уңыштар теләйбеҙ.
Фото: Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты.