

15 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында һөнәри йүнәлеш эшен ойоштороу буйынса ведомство-ара эшмәкәрлек регламенты раҫланды. Сараны республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров алып барҙы. Ул инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыуҙың иң көнүҙәк һәм ҡырҡыу мәсьәләләрҙең береһе булып ҡалыуын белдерҙе.
– Инвалидлыҡ был хоҡуҡты тормошҡа ашырыуҙа кәртәгә әйләнергә тейеш түгел. Уларға сифатлы һәм дөйөм файҙалана алырлыҡ мөмкинлектәрҙе, артабан һөнәри белем алыуҙы, һөнәри йәһәттән үҙҙәренең теләктәрен тормошҡа ашыра алыуҙы тәьмин итеү мөһим, – тине Андрей Назаров. – Был йүнәлештә һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн процеста ҡатнашыусыларҙың барыһы менән дә һөҙөмтәле һәм ойошҡан эште тәьмин итеү талап ителә.
Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова аңлатыуынса, ведомство-ара эш итеү принцибы – граждандың яҙма рәүештәге ғаризаһына күрһәтмәләр әҙерләү һәм яуап биреү ул. Уларҙа аныҡ һөнәрҙәр, белгеслектәр, һөнәри белем алыу буйынса йүнәлештәр һәм башҡалар булырға тейеш.
Кәрәкһә, ведомство-ара эш итеүселәр бындай күрһәтмәләр аныҡ инвалидты эшкә урынлаштырыуҙа ярҙам итеү һәм һөнәри йүнәлеш буйынса тормошҡа ашырыу саралары буйынса мәғлүмәттәрҙе алыу өсөн ойошмаларға ебәрелә. Яуап биреү ваҡыты һорау килгән көндән алып биш эш көнөнән артырға тейеш түгел.
Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары, муниципаль райондарҙың һәм ҡала округтарының урындағы үҙидара органдары, республикалағы халыҡ мәшғүллеге үҙәктәре ведомство-ара эшмәкәрлектә ҡатнашасаҡ. Әйткәндәй, ағымдағы йылда халыҡ мәшғүллеге үҙәктәренә 18-ҙән 44 йәшкә тиклемге 1879 инвалид мөрәжәғәт иткән, 1043 инвалид эш менән тәьмин ителгән.
Фото: pravitelstvorb.ru
Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147564.html