Социаль мәсьәлә
17 Ноябрь 2021, 04:51

Ҡайһы “айыу” ҡурҡынысыраҡ?

gtrk.rugtrk.ru
Фото:gtrk.ru

Халыҡ араһында йөрөгәндә нимә генә ишетергә тура килмәй. Айырыуса вакцинаға ҡағылғандары ғәжәпкә ҡалдыра. Имеш, прививка ҡаҙатҡандар тәүге көндәрҙә үҙҙәре вирусты таратып йөрөй, шуға күрә сир артыуын дауам итә... Көлөрһөң дә, иларһың да. Был һорауға Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш инфекционисы Дамир Вәлишиндың яуап биреүен үтендек.

 – Айыуҙың ниндәй йыртҡыс икәнлеген бе­леү өсөн ике ысул бар: береһе уның менән урманда осрашыу булһа, икенсеһе – һүрәттәр аша танышыу. Шул рә­үешле иммун систе­ма­һын вирус менән таныштырыу мөмкин. Бы­ның өсөн сирләргә йәки уға вирустың бер бә­ләкәй генә өлөшөн күр­һәтергә кәрәк. Айыуға бәйле осраҡта ла, вирус менән дә икенсе ысул­дың хәүефһеҙ икән­леге көн кеүек асыҡ.

Микроб нигеҙендә эшләнә торған вакциналар бар. Мәҫәлән, холеранан йәки туберкулездан. Һәр ваҡыт аҙ ғына булһа ла сирләү ихтималлығы ҡала. Совет осоронда был хаҡта яҡшы беләләр ине, шуға күрә күптәр коронавирусҡа ҡаршы вакциналар ҙа шулай эшләй тип уйлай. Хәҙер хәл башҡаса.

Теркәлгән вакциналарҙың береһендә лә вирустың тере һәм үрсергә һәләтле өлөшө юҡ. “Спутник V” иммун системаһына генетик кодтың бәләкәй генә киҫәксәһен күрһәтә. “Вектор”ҙа – лабораторияла үҫтерелгән аҡһым киҫәксәләре. “Ковивак”та – коронавирустың үлтерелгән генетик материалы. Вакцина яһатҡандар вирусты тарата алмай, сөнки уларҙа был вирус юҡ. Ғәмәлдә һүрәттәге айыуҙың кемделер ашауы йәки хәүеф тыуҙырыуы мөмкин түгел.

Ләкин кешеләрҙең прививка эшләгәндән һуң да сирләүе билдәле. Эйе, бындай хәлдәр осрап тора, уның өс сәбәбе бар: прививка эшләгәнгә тиклем вирусты эләктергән осраҡта; ваҡыт аҙ булғанға күрә организм тейешле кимәлдә антиесемдәр етештереп өлгөрмәгәндә; “дельта” штамы иммун яҡлауын емергәндә. Был коронавирусҡа ғына ҡағылмай. Шул уҡ сәбәптәр буйынса киҙеү менән дә сирләргә мөмкин.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас