

Бына инде икенсе аҙна ирекмәндәр “Беҙҙең хәстәрлек”тең колл-үҙәгенә мөрәжәғәт иткән мохтаждарға комплекслы төшкө аш алып бара.
Ирекмәнлек үҙәгенең кураторы Раил Әҙиәтуллин был сараның мөһимлеген билдәләне. “Әлегәсә акция барышында 65+ категорияһына ҡараған, прививкаһы булмау арҡаһында үҙҡурсаланыу режимында йәшәгән граждандарға, аҙ тәьмин ителгәндәргә, күп балалы ғаиләләргә 340 төшкө аш комплексы алып барылған. Сараға ҡарата баш ҡала халҡы тик ыңғай фекерҙәр белдерә”, - тине ул.
“Фарфор” рестораны әҙер ризыҡты “Беҙҙең хәстәрлек” үҙәгенә алып килеп тапшыра. Артабан ирекмәндәр уларҙы ҡапсыҡтарға бүлеп һала һәм тейешле адрестарға юллана. Мәҫәлән, бөгөн ирекмән Розалия Йосопова ике адрес буйынса әҙер төшкө аш алып барған. Оло йәштәге Надежда Агеева уға ихлас рәхмәтен белдереп, һаулыҡ-именлек теләп ҡалған.
Розалия ирекмәндәр рәтенә күптән түгел баҫҡан. Ул Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының беренсе курсында уҡый. Ирекмәнлек менән уҡыуҙан буш ваҡытта шөғөлләнә. Әле лә күстәнәсте алып барыу менән дәрескә йүгергән.
Икенсе адрес – күп балалы Хәбибовтар ғаиләһе. Улар дүрт ул тәрбиәләй.
- “Беҙҙең хәстәрлек” ғаиләбеҙгә электән дә ярҙам итеп килә. Быға тиклем аҙыҡ-түлек килтергән булһалар, хәҙер – комплекслы аш. Беҙҙең өсөн был – бик ҙур ярҙам, ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! Хәҙер улдарым мәктәптән ҡайтасаҡ, ҡыуанырҙар инде!” - ти Гөлназ Хәбибова. Әсәһенең һүҙҙәренә бәләкәс Әлмир ҙә ҡушыла.
Белеүебеҙсә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәнлек үҙәге 2020 йылдың мартында ойошторолдо. Ул Башҡортостандың 25 эре ирекмәнлек үҙәген берләштерә. Үҙәк әүҙемселәре пандемияның тәүге көндәренән кешеләргә ярҙам итә. Улар ололарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып бара, уларға вакцина үҙәктәренә барырға ярҙамлаша, төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнаша. “Такси.Хәстәрлек” акцияһына ярашлы, табиптарҙы вакцина яһау үҙәктәренә, эш урындарына алып барыуҙы ойошторошҡандар.
Колл-үҙәккә эш көндәрендә 9.00 - 18.00 сәғәттәр арауығында шылтыратырға мөмкин: 8-800-201-89-03.
Фото: “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәнлек үҙәге.