Социаль мәсьәлә
17 Ноябрь 2021, 04:49

“Беҙгә һаулыҡ ҡәҙерен белергә кәрәк”

шәхси архивтан.шәхси архивтан.
Фото:шәхси архивтан.

Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ – азербайжан егете, Өфөләге 18-се дауахананың рентгенэндоваскуляр хирургы Гулу Камран улы Бадалов. Хәйер, ул – күптән инде Башҡортостанда үҙ кеше. Бынан 21 йыл элек ғаиләләре менән Өфөгә күсеп килгәндәр, сәбәбе – агроном атаһының үҫемлекселекте һаҡлауға бәйле хеҙмәт эшмәкәрлеге.

Баш ҡаланың 38-се мәктәбендә белем ала, тап ошо ваҡытта үҫмерҙә мауыҡтырғыс химия фәненә ҙур ҡыҙыҡһыныу уяна. Башҡортостан дәүләт медицина университетының дауалау факультетын тамамлағандан һуң, Мәскәүҙә А. Мясников исемендәге Милли-тикшеренеү медицина үҙәгендә клиник ординатура үтә. Ә бөгөн ул баш ҡаланың 18-се дауаханаһында ҡаты ауырыған пациенттарҙы үлем ҡосағынан алып ҡалыу өсөн эндоваскуляр техника ярҙамында операциялар яһай.

  – Рентгенэндоваскуляр хирургия – өр-яңы, әүҙем үҫешеүсе медицина тармағы. Операцияға тиклем диагностика ысулдарын киңәйткән, пациент­тарҙың тормош сифатын яҡшыртҡан мөһим йүнәлеш. Төп үҙенсәлеге – бөтә әмәлдәр киҫемһеҙ эшләнә, махсус операция бүлмәһендә рентген контролендә тиреләге тишем аша ғына.

Тәүҙә эндоваскуляр техника диагностика маҡсатын ғына күҙ уңында тотһа, аҙаҡ алынған һөҙөмтәләр был йүнәлешкә артабан үҫешергә, заманса медицина технологиялары араһында айырым урын яуларға этәргес бирҙе. Тап шуның һөҙөмтәһендә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен ғәҙәти дауалау ысулдары урынына альтернатив әмәл­дәр килде. Мәҫәлән, аортокоронар шунтлау тураһында ишетмәгән кеше юҡтыр.

 – Тимәк, һеҙ яңы ғәмәлдәр ярҙамында теләгән бер ағзалағы ҡан тамырҙары боҙолоуын асыҡлап, пациентҡа кисектергеһеҙ ярҙам күрһәтә алаһығыҙ?

– Яңы ысул менән ҡан ағыуын тиҙ генә туҡтата алабыҙ. Мәҫәлән, бала тапҡандан һуң ятҡылыҡ атонияһы мәлендә был ярҙам бик кәрәк. Әгәр инсультҡа дусар булған ауырыуҙы алты сәғәт эсендә килтереп еткерһәләр, пациентҡа бөтә ярҙамды күрһәтеп, сәләмәтлеген һаҡлап ҡала алабыҙ. Ҡан тамырҙарындағы тромб эсенә микрокатетер ҡуйып, аспирация ысулы менән һурҙырабыҙ, тамырҙы таҙарта­быҙ. Пациенттың һаулығына ҡурҡыныс юҡ. Бында барыһын да ваҡыт хәл итә. 

Ғөмүмән, инсульт йышыраҡ төнгө йәки иртәнге мәлдә була. Организм  хәүеф тураһында  алдан сигнал ебәрһә лә, беҙ уны ишетмәҫкә, иғтибар итмәҫкә тырышабыҙ. Ағзаларҙа ойоу, ҡолаҡ шаулауы күҙәтелһә, башығыҙ ҡоршау менән уратылған кеүек ауыртһа, кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, тигәнде аңлата.

 – Бының өсөн бит тәүге медицина звеноһының сәғәт механизмы кеүек эшләүе, тармаҡтың алдынғы рәттә барыуы шарт. Әлегә иҫкәртеү медицинаһының исеме есеменә тап килеп бөтмәй. Өҫтәүенә, пандемия ҡамасаулай...

– Минеңсә, был хәлдең сәбәптәре бихисап, эш хаҡының түбәнлеге, табиптар етешмәүе... Табип дипломы алып сыҡҡан һәр белгесте табип тип атап та булмай әле, быныһын да эш барышында яҡшы күрергә була. Әммә һаулыҡтың ҡәҙерен белмәүҙә таяҡтың иң ауыр башы үҙебеҙгә төшә.

Беҙҙә иң ҙур бәлә – һаулыҡты һаҡлауҙа мәҙәнилектең етешмәүе. Төрлө ауырыуҙарҙы ҡабул иткәнем, асыҡтан-асыҡ һөйләшеп ултырғаным бар. Шуға бер генә миҫал. “Бына бишенсе йыл инде сирләйем, бер ни ҙә ярҙам итмәй”, тип зарлана бер пациентым, бөтә ауыртҡан-һыҙланған ерҙәрен һөйләй, ярҙам итеүҙе үтенә... ”Һеҙ тәғәйенләнгән дарыуҙарҙы эстегеҙме?” – тип препараттарҙың һәр береһен һанайым. Пациент уларҙың ҡайһы берҙәрен бөгөн генә ишетә, икенсеһен онотҡан, өсөнсөһөн эсеп ҡараған да ярты юлда ташлаған. Диетаны күҙәтергә ауырыуҙың теләге юҡ, ә бөтә лаборатор анализ һөҙөмтәләре норманан юғары.

Сирҙәрҙең күпселегендә тәбиғәт тә, йәмғиәт тә ғәйепле түгел, бары кеше үҙенең ялҡаулығы, аҡылһыҙлығы, битарафлығы арҡаһында бәләгә тарый. “Медицинаға ышанмағыҙ, ул күп сирҙәрҙе дауалай, ләкин кешене сәләмәт итә алмай. Уның хатта әлегә кешене сәләмәт булырға өйрәтеү ҡеүәһе лә юҡ”, – был һүҙҙәрҙе танылған табип, ғалим Николай Амосов бынан байтаҡ йылдар элек әйтеп ҡалдырһа ла, улар әле лә көнүҙәклеген юғалтмай. Иҫән-һау булыу даими тырышлыҡ, көс һалыуҙы талап итә, уны бер нимә менән дә алмаштырып булмай. Кеше – камил йән эйәһе, үҙ тырышлығы менән түшәккә йығылған еренән торорлоҡ көс таба ала. Бары йәшәргә дәрт, маҡсат булһын.

 – Эйе, кешенең Ер йөҙөндәге эш­мәкәрлегенә хайран ҡалырлыҡ, хатта ул Айға аяҡ баҫты, яңы ғына режиссер-артистарыбыҙ йыһанда булып, фильм төшөрөп ҡайтты. Хеҙ­мәт эйәләренә роботтар ярҙам­ға килә, заман технологиялары үҫешә, иҫ киткес ҙур тиҙлектә алға барабыҙ! Ә хәҙер Өфө урамдарына күҙ һалайыҡ, бында башҡа күренеш: йәшеренеп кенә тәмәке көйрәтеүселәр, күҙҙәрендә нур һүнгән ололар, ауыр тын алып, саҡ-саҡ атлаған һимеҙҙәр, транспортта битлек кеймәй батыр булып ҡыланған пассажирҙар...

– Кеше үҙ “йомшаҡлыҡтарының” һәм насар ғәҙәттәрҙең ҡоло булып йәшәмәһә, ул күпкә һауыраҡ булыр ине. Күҙәткәнем бар: сирҙәр һәм сә­ләмәт тормош тураһындағы мәҡәлә­ләрҙе, китаптарҙы һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уҡырға ярата. Нисек туҡланырға, ниндәй күнегеүҙәр яһарға, ниндәй үләндәр эсергә... Һәр кем: “Иртәгәнән башлайым!” – тип уйлай. Үкенескә ҡаршы, эш ҡыҙыҡһы­ныуҙан, хыялланыуҙан ары үтмәй.

Үҙебеҙҙең ғаилә тормошонан бер миҫал. Атайыма 55 йәш. Бер ваҡыт хәле ҡапыл ауырайып, саҡ инсультҡа барып етмәне. Биш йыл буйы табип кәңәштәрен тотоу, һәр әйтелгән тәҡдимде еренә еткереп үтәү, үҙ өҫтөндә эшләү, холоҡ-фиғелен, тормош рәүешен үҙгәртеү эҙһеҙ ҡалманы, хәҙер ул һау-сәләмәт. Бөгөн ул һаулығының ҡәҙерен белә, тип әйтә алам.

 – Сәләмәтлек – үҙе бәхет, тик ниңәлер беҙ уға тиҙ күнегәбеҙ ҙә иғтибар бирмәй башлайбыҙ. Ә бит бары ошо  байлыҡ беҙгә эштә һәм ғаиләлә бәхеткә өлгәшергә ярҙам итә.

– Һау-сәләмәт булыу өсөн дүрт шартты үтәү мөһим: хәрәкәт (физик көсөргәнеш), туҡланыуҙа сама белеү, сынығыу һәм ял итеү. Бишенсеһе лә бар – бәхетле тормош! Ләкин ул тәүге шарттарҙан тыш сәләмәт булыуҙы тәьмин итмәй.

Йыш ҡына табиптар ауырыуҙы аяҡ­ҡа баҫтырып, һауыҡтырып дауахананан оҙата, тик пациент ҡайтыу менән әйтел­гән тәҡдимдәрҙе үтәмәй башлай, һөҙөм­тәлә сир оҙаҡҡа һуҙыла. Бөгөн пандемия тормошобоҙға ҙур үҙгәреш­тәр индерҙе. Сирлеләр арта, үлем осраҡтары күп. Төрлө хроник сирҙәре булған, өҫтәүенә ковид йоҡторған пациенттарҙы дауалауы бик ҡатмарлы. Миокард инфарктынан һауыҡтырҙыҡ, тип һөйөнөргә өлгөрмәйһең, кеше коронавирус инфекцияһын еңә алмай һәләк була. Хроник сирлеләр, һи­меҙҙәр, имен булмаған ғаилә ағзалары, туберкулез сирлеләр инфекцияны бик ауыр кисерә, үлем осраҡтары ошо катего­рияға ҡараған пациенттар араһында күберәк.

Беҙгә ауырыуҙарҙы башҡа дауаха­наларҙан килтерәләр, кемдә – шәкәр диабеты, кемдә – гангрена, кемдә – йөрәк сире... Бер юлы өс бригада эшләй: реаниматологтар, инфекционистар, хирургтар һәм рентгенхирургтар. Һәр ҡотҡарылған ғүмер артында табиптарҙың фиҙакәр хеҙмәте, профессияһына тоғролоғо, кешелекле мөнәсәбәте ята.

Һайлап алған һөнәремдең ауырыуға ярҙам итеүен күреп, ысын күңелдән ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм. Эндоваскуляр әмәлдәрҙең күбеһе өсөн наркоз талап ителмәй, бары пункция урынында ауыртыуҙы баҫыу кәрәк. Ҡаты сирлеләр өсөн был айырыуса әһәмиәтле. Өҫтәүенә, ғәҙәттәге операциялар ваҡытындағы кеүек йәрәхәт эҙҙәре, йөйҙәр тәндә ҡалмай. Бер һүҙ менән әйткәндә, рентгенэндоваскуляр техникаһы артабан да үҫешәсәк, уның киләсәге ҙур.

 – Гулу Камран улы, һеҙ тәүге аҙым­дарығыҙҙы Башҡортостан ерендә яһамаһағыҙ ҙа, ошонда белем алып, ғаилә ҡороп, һаулыҡ һаҡ­лау тармағында тәжрибә туп­лай­һығыҙ. Артабанғы планда­рығыҙ ниндәй?

– Башҡортостан – минең икенсе тыуған йортом. Дуҫ-иштәрем араһында башҡорт, татар, урыҫ һәм башҡа милләт кешеләре күп. Хеҙмәт коллективында татыулыҡ, үҙ-ара кешеләрсә мөнәсәбәт, берҙәмлек урынлашҡан, бынан да ҡиммәтерәк нимә бар? Өҫтәүенә “Меги” медицина селтәрендә эшләйем, профессиональ яҡтан камиллашыуымды дауам итәм. Алты йәшлек Юсиф улым да ошо бәрәкәтле Башҡортостан ерендә белем аласаҡ, һөнәр һайлаясаҡ.

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас