

Республиканың ата-әсәләр һәм педагогтар ассоциацияһы 2021 йылда “Күп балалы ғаилә – ғаилә бәхете палитраһы” проекты менән Башҡортостан бюджетынан һәм Рәсәй Президенты грантынан субсидиялар рәүешендә гранттар алыу конкурсында еңеүсе булды.
Был проект – 2020 йылда башланған эштәрҙең дауамы. Ул 38 ҡала округтарынан һәм муниципаль райондарҙан йөҙҙән ашыу күп балалы ғаиләне йәлеп итте. Яңы проектҡа ярашлы, Ассоциация республиканың Гражданлыҡ йәмғиәтенә ярҙам итеү фонды, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм проект партнерҙары ярҙамында ғаилә ҡиммәттәрен, именлеген һаҡлауға һәм нығытыуға йүнәлтелгән саралар үткәрәсәк.
1 ноябрҙән күп балалы ғаиләләр өсөн “Ғаилә калейдоскобы” конкурсы башлана. Конкурсанттар “Һөнәр бәхете”, “Ғаилә ижады”, “Социаль әүҙем ғаилә” номинацияларында ҡатнашып, ғаилә һөнәре, ижад йәки социаль әһәмиәтле проекттар тураһында видеоролик ебәрергә тейеш. Номинацияла еңеүселәр “Күп балалы ғаилә – милләт ғорурлығы” фильмын төшөрөүҙә ҡатнашасаҡ.
Киләһе йылдың март айында проектты йомғаҡлау сараһы – “Ғаилә палитраһы” арт-фестивале үткәреләсәк. Иң яҡшы видеороликтар Башҡортостан Ғаилә порталында урынлаштырыласаҡ (www.семьярб.рф).
Динә АРЫҪЛАНОВА