

Өфө ҡалаһының Киров районы прокуратураһы инвалид баланы дарыу менән тәьмин итеүҙә закондың үтәлешен тикшерҙе.
17 йәшлек үҫмер тыумыштан килгән сире буйынса балалар поликлиникаһында күҙәтеүҙә тора. Уның дәүләт власы органдары иҫәбенә түләүһеҙ дарыу алырға тулы хоҡуғы бар.
Әммә ул был мөмкинлектән файҙалана алмаған, шуға күрә ата-әсәһенә прокуратураға мөрәжәғәт итергә тура килгән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, законды боҙоп, пациентты йәшәү өсөн мөһим булған дарыу менән тәьмин итеү сараһын күрмәгән. Шуға бәйле, район прокуроры, баланы медицина күрһәтмәһе буйынса дарыу менән тәьмин итеүҙе юллап, судҡа мөрәжәғәт иткән. Прокурорҙың талабы тулыһынса үтәлгән, мәсьәлә – ведомство күҙәтеүендә.
Динә АРЫҪЛАНОВА.