Социаль мәсьәлә
17 Ноябрь 2021, 05:01

Ғорурланырға урын бар

«Башинформ»«Башинформ»
Фото:«Башинформ»

Республикаға идара итеү үҙәге һәм Башҡортостан юлдаш телевиде­ниеһының берлектәге “Ғорурланыу өсөн сәбәп бар” проекты барыбыҙ ҙа һоҡланырлыҡ, өлгө алырлыҡ яҡташтарыбыҙ менән таныштыра.

Акция Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары, ил именлеген һаҡлаған, уның байлыҡтарын арттырған ябай хеҙмәт кешеләре тураһындағы ваҡиғаларҙы берләштергән.

Проекттың сираттағы геройы – Өфөләге 5-се ҡала дауа­ханаһы отоларингология бү­лек­сәһенең өлкән шәфҡәт туташы Фәғи­лә Шамил ҡыҙы Бурхацкая. 2020 йылдың апре­ленән алып шәфҡәт туташы ковид менән сирле пациент­тарҙың ғүмер­ҙәрен ҡотҡарыу­ҙа фиҙакәрлек күрһәтә.

Профессиональ бурысын үтәүҙәге ҡаһарманлығы өсөн ул Рәсәй Президенты Указы менән “Ватан алдын­дағы ҡаҙаныштары өсөн” ордены менән наградланды.

“Ғорурланыу өсөн сәбәп бар” – асыҡ проект, һәр кем үҙенең йәки таныштарының эшмәкәрлеге тураһында иҫтәлекле ваҡиғалар менән уртаҡлаша ала. Һеҙҙе акцияла дәррәү ҡатнашырға саҡырабыҙ!

Динә АРЫҪЛАНОВА.

Читайте нас