

“Эпидемия мәлендә вакцина яһатырға ярамай”, – тип ҡаршы төшкән кешеләр ҙә бар. СПИД һәм йоғошло ауырыуҙар үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров был фекерҙе кире ҡаҡты.
– Моғайын, бында һүҙ эпидемия башланғанға ҡәҙәр прививка яһатыу тәҡдиме тураһында баралыр. Һәр вакцинанан һуң организмға антиесемдәр барлыҡҡа килтереү өсөн ваҡыт талап ителә. Ғәҙәттә, быға ике-өс аҙна ваҡыт кәрәк, шуға күрә табиптар иртәрәк вакцина яһатыуҙы һорай. Мәҫәлән, киҙеү ноябрь-декабрь айҙарында килә, шуға күрә прививка яһатыуҙы сентябрҙә башлайҙар. Әммә был ҡалған ваҡытта вакцина яһатырға ярамай тигәнде аңлатмай.
Тарихҡа күҙ һалайыҡ. Пандемия осоронда халыҡҡа прививка яһап, сирҙе еңеү осраҡтары билдәле. Мәҫәлән, Рәсәй табибы Владимир Хавкин, ХIХ быуат аҙағында йоғошло тағун (чума) сиренән вакцина эшләп, Һиндостандағы эпидемияны туҡтатырға китә. Үлем осраҡтарын яҡынса 90 процентҡа кәметеүгә өлгәшәләр.
Динә АРЫҪЛАНОВА