

“Вирус үҙгәреп торғас, вакцинаның ниндәй файҙаһы булһын?” Ошондай фекерҙе алға һөрөүселәр етерлек. Нимә ул барыбыҙҙы хәүефләндергән “мутация”? Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш эпидемиологы Азат Мөхәмәтйәнов быға яуап бирҙе.
– Вирус мутацияһы унда ябай ғына төҙөлөш материалы булған “нуклеотид”тарҙың эҙмә-эҙлекле үҙгәреүен аңлата. Мутация вирусты бөтөнләй танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә тип уйлау дөрөҫ түгел, вакцинаның әүҙем матдәләре уны таный. Быны фәнни тикшереүҙәр раҫланы. Мәҫәлән, яңыраҡ халыҡ-ара ғилми “Vaccines” журналында ҡыҙыҡлы мәҡәлә баҫылып сыҡты. Ғалимдар “Спутник V” вакцинаһы тәьҫирлегенең коронавирус штамына бәйле үҙгәреүен асыҡлаған, әммә шул уҡ ваҡытта препараттың эшләүе лә раҫланған, сөнки “вакцина күрһәткестәре бик юғары”.
Франция ғалимдарының теорияһы буйынса, “вакциналар коронавирустың тиҙерәк мутация кисереүенә һәм яҡлау сараларын урап үтергә булыша”. Донъя ғалимдары был теорияны күптән кире ҡаҡты бит инде, вирустарҙың нисек үҙгәрергә тейешлекте һайлап алыу өсөн аңы юҡ, мутациялар осраҡлы рәүештә барлыҡҡа килә. Вирустың таралыу өсөн мөмкинлектәре артҡан һайын, ул шул тиклем күсермәләрен күберәк барлыҡҡа килтерә, шуға күрә күләмле вакцина яһатыу мутациялар һанын кәметеүгә килтерә”.
Динә АРЫҪЛАНОВА