

Балаҡатай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Рудольф Фәхретдинов балалар бүлексәһе өсөн бик кәрәкле йыһаздар һәм ҡорамалдар алыныуын хәбәр итте. Өҫтө йыуыла торған ун матрас, пульсоксиметр, ҡан баҫымын үлсәгән тонометр, термометрҙар дауаханаға килтерелде.
Быларҙың барыһын да Яңы Балаҡатай ауылында тыуып үҫкән, хәҙер Екатеринбург ҡалаһында йәшәгән эшҡыуар Григорий Левицкий һатып алып, дауаханаға бүләк иткән.
– 22 йәшкә тиклем Яңы Балаҡатайҙа йәшәнем. Тәүҙә туған мәктәбемә ярҙам иттем. Уҡытыусым Тамара Хәбирова менән һөйләшеп, спорт ҡорамалы алырға булдыҡ. Яңы йыл каникулында тыуған яҡҡа ҡайтҡас, ҡатыным һәм балабыҙ ҡапыл ауырып китте һәм район дауаханаһында дауаланырға тура килде. Шулай медицина учреждениеһы менән яҡындан танышып, ниндәй ҡорамалдарға мохтажлыҡ кисереүен белдем, – ти Григорий Витальевич.
Хәйриә ярҙамы 150 мең һумға төшкән. Балаҡатай районында “Атайсал” программаһы координаторы, район советы секретары Оксана Гладышева быйыл иғлан ителгән 23 проекттың төп өлөшө тормошҡа ашырылғанын һөйләне: “Яҡташыбыҙ Григорий Левицкий ике проектта ҡатнашты. Яңы Балаҡатайҙағы 1-се мәктәпкә 130 мең һумға яҡын аҡсаға саңғы һәм ботинкалар алып бирҙе. Район дауаханаһына бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтте. Шундай уңышлы, ярҙамсыл яҡташтарыбыҙ булыуына һөйөнәбеҙ”.
Ғөмүмән, республикабыҙҙа “Атайсал” проекты халыҡ тарафынан ыңғай ҡабул ителде, тыуған яғына ярҙам итергә мөмкинлеге һәм теләге булғандар ҙур әүҙемлек күрһәтте.
Динә АРЫҪЛАНОВА