

Бөгөн республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров 65 йәштән өлкәндәр өсөн махсуслашҡан вакцинациялау пунктында булды. Ул 28 октябрҙән “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” акцияһына ярашлы эшләй.
Андрей Назаров пунктҡа килгәндәр менән осрашты, граждандарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Премьер-министр оло йәштәгеләр өсөн ярҙамдың бик мөһим йүнәлеш икәнлеген билдәләне. “Был - партияның беҙҙең тарафтан ярҙам күрһәтелгән башланғысы, бөгөн ыңғай һөҙөмтәләрҙе күрәбеҙ, - тине ул. – Вакцинациялау пункты бик уңышлы урынлашҡан, медицина хеҙмәткәрҙәренең, дөйөм алғанда, был бинала эшләгәндәрҙең йылы мөнәсәбәте айырыуса һөйөндөрә. Оло йәштәгеләрҙең хәстәрлекле ҡулдарҙа икәнлеген күреү ҡыуаныслы”.
Башҡортостанда вакцинациялау ышаныслы тиҙлек менән бара. 65 йәштән олораҡтар өсөн махсуслашҡан вакцинациялау пункттарын асыу ошо йәштәгеләргә вакцина яһатыуҙы һиҙелерлек арттырыу мөмкинлеген бирҙе. Шулай итеп, һуңғы аҙналарҙа улар араһында вакцинациялау күләме 31-ҙән 51 процентҡа тиклем артты.
Бөгөн Башҡортостанда 65 йәштән өлкәндәр өсөн 51 махсуслашҡан пункт эшләй. Өфөләге Коммунистик урамдағы 39-сы йортта урынлашҡан пунктта 1327 кеше прививка яһатҡан.
Фото: "Бәйләнештә".