Социаль мәсьәлә
20 Ноябрь 2021, 17:10

Төҙөлөш Республика көнөнә тамамланасаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров өс объект төҙөлөшөн ҡараны.

Төҙөлөш Республика көнөнә тамамланасаҡТөҙөлөш Республика көнөнә тамамланасаҡ
Төҙөлөш Республика көнөнә тамамланасаҡ

20 ноябрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һаулыҡ һаҡлау тармағына ҡараған һәм әле төҙөлгән өс объектты – Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы поликлиникаһының яңы корпусын, Республика кардиоүҙәгенең хирургия корпусын, шулай уҡ Балалар онкология һәм гематология үҙәген ҡараны.

Премьер-министр барған беренсе объект Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы поликлиникаһының яңы корпусы ине. 1500 кеше йөрөйәсәк бина төҙөлөшө 2023 йылда тамамланасаҡ. Проектҡа ярашлы, поликлиника ете ҡаттан тора. Аҫта автомобилдәр өсөн туҡталҡа, ҡалғандарында медицина һәм техник биналар урынлашасаҡ.

Андрей Назаров был объект төҙөлөшөнөң түбән тиҙлектә барыуын һәм подрядсыға графиктан сыҡмау өсөн үткәрелгән эштәрҙе тиҙләтергә ҡушты.

Республика кардиология үҙәгендә Андрей Назаровты 135 урынға иҫәпләнгән хирургия төҙөлөшө барышы менән таныштырҙылар. Консультация-диагностикалау үҙәге сменаһына 320 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Туғыҙ ҡатлы бинала өлкән йәштәгеләрҙе планлы һәм ашығыс ҡабул итеү, нурлы диагностикалау һәм ультратауышлы тикшереүҙәр, эндоскопия кабинеты, лабораториялар һәм башҡалар урынлашасаҡ тип панлаштырыла.

Әҙерлек 80 процент тәшкил итә. Объектты 2022 йылдың көҙөндә тапшырмаҡсылар.

Өсөнсө объектта – Балалар онкология һәм гемотология үҙәгендә – әле кабель линияһын һуҙыу һәм боҙоу эштәренә әҙерлек бара.

Үҙәктә 30 урынлыҡ онкология бүлексәһе, 30 урынлыҡ гематология бүлексәһе, 10 урынлыҡ стационар һәм башҡалар буласаҡ. Барлығы 92 койка-урынлыҡ фонд буласаҡ. Премьер-министр белдереүенсә, был – мөһим объект. Участкалағы күп һанлы коммуникациялар менән бәйле ҡыйынлыҡтар булһа ла, уларҙы күсерергә кәрәк, төҙөлөштә ваҡыт өҙөклөктәре булмаясаҡ, тип көтөлә.

– Был – республика өсөн көтөп алынған объект. Ата-әсәләр, балалар, беҙҙең өсөн. Бәләкәй пациенттарҙың уңайлы шарттарҙа дауаланыуы мөһим. Шуға подрядсы тотороҡло эшләй. Бынан тыш, төҙөүселәрҙе объектты, план буйынса һуңғараҡ тапшырырға тейешле булһа ла, 2023 йылдағы Республика көнөнә тамамлауҙы һораныҡ.

Премьер-министр шулай уҡ, киләсәктә төбәктә төҙөлөш тиҙлеге уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ булһын өсөн, Хөкүмәттең эше иҡтисадты коронавирусҡа тиклемге күрһәткестәргә еткереүҙе көйләүгә йүнәлтелгән, тип билдәләне.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53591 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас