Социаль мәсьәлә
23 Ноябрь 2021, 16:30

Ирекмәндәр ҡайнар аш ташый

Үҙәккә бушлай шылтыратырға мөмкин. Эш ваҡыты, телефоны - яҙмала.

Ирекмәндәр ҡайнар аш ташыйИрекмәндәр ҡайнар аш ташый
Ирекмәндәр ҡайнар аш ташый

“Берҙәм Рәсәй” партияһының Өфөләге “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәгенә көн һайын 300-ҙән ашыу шылтыратыу була. Республика халҡы йыш ҡына вакцинация мәсьәләһе буйынса мөрәжәғәт итә, аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтереп биреүҙә ярҙам һорай. “Ҡайнар аш” акцияһы башланыу менән уның буйынса ла шылтыратыуҙар күп.

Өфө ҡала Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе урынбаҫары Александр Мельников был сараның мөһимлеген билдәләне. “Ҡайнар аш” акцияһы нигеҙендә 600-ҙән ашыу ғаиләгә һәм мохтажлыҡ кисергән кешеләргә ирекмәндәр ҡайнар аш тапшырҙы”, – тине ул.

Мәғлүм булыуынса, әлеге акция “Фарфор” аҙыҡты тәғәйен ергә илтеү рестораны менән берлектә тормошҡа ашырыла. Ашты Ирекмәндәр үҙәгенә алып килеү менән ирекмәндәр уларҙы тейешенсә туплай һәм адрестар буйынса алып барып тапшыра. Әүҙемселәрҙең береһе – Гүзәл Нуретдинова. Ул көн һайын бушлай үҙенең машинаһында 10-15 адрес буйынса ҡайнар аш илтә. Ирекмән аҙыҡ тапшырған кешеләрҙең береһе - Любовь Пашковская. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” үҙәгенән әлегә тиклем дә ярҙам иттеләр. Аҙыҡ-түлек йыйылмаһы өлкәндәр өсөн үтә лә мөһим. Бик ҡәнәғәтмен, – ти пенсионер ҡатын. – Прививка яһатырға теләгәс, машина менән килеп алып, кире килтереп ҡуйҙылар. Ирекмәндәргә айырым рәхмәт. Улар һәр саҡ итәғәтле, иғтибарлы”.

Мәғлүм булыуынса, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Беҙҙең хәстәрлек” ирекмәндәр үҙәге 2020 йылдың мартында ойошторолғайны. Ул Башҡортостандағы 25 ҙур ирекмән ойошмаһын берләштерҙе. Үҙәк ирекмәндәре пандемияның тәүге көндәренән үк кешеләргә ярҙам итә, өлкәндәрҙе вакцинация пункттарына алып бара, уларға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар илтеп бирә, стихия ҡазаларының эҙемтәһен бөтөрөүҙә ҡатнаша. “Такси. Хәстәрлек” акцияһы барышында табип бригадаларын ковид госпиталдәренә, шулай уҡ вакцина яһау өсөн төрлө учреждениеларға ташыу ойошторолдо.

Колл-үҙәккә эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем 8-800-201-89-03 номеры буйынса бушлай шылтыратырға мөмкин.

Фото: bashkortostan.er.ru/activity/news

Сығанаҡ: bashkortostan.er.ru/activity/news

 

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас