Социаль мәсьәлә
23 Ноябрь 2021, 13:18

Кемдәргә түләүҙәр ҡаралған?

“Хеҙмәт күрһәтеү килешеүе буйынса эшкә алынғайным. Ярты йыл инде эш кенәгәһе буйынса эшләмәйем. Был осраҡта рәсми рәүештә эшләйем тип һаналаммы икән? Бала тыуғандан һуң миңә түләүҙәр булырға тейешме?

Зөлфиә.

Өфө ҡалаһы”.

– Рәсәй Федерацияһының 1991 йылдың 19 апрелендә ҡабул ителгән 1032-1-се “Рәсәй Федерацияһында халыҡ мәшғүллеге тураһында”ғы Закондың 2-се статьяһы 5-се абзацына ярашлы, гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү буйынса эшләгәндәр мәшғүл тип атала һәм улар эш атҡара, хеҙмәт күрһәтә тип һанала.

Социаль ярҙам сараларын күрһәтеүгә килгәндә, улар 1995 йылдың 19 майында ҡабул ителгән 81-се “Балалары булған граждандарға дәүләт пособиелары тураһында”ғы Федераль закон тарафынан көйләнгән. Был закондың 11-се һәм 12-се статьяларына ярашлы, бала тыуғанда һигеҙ мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособиены әсәй йәки атай, тағы уларҙы алмаштырған кеше алыу хоҡуғына эйә.

Дәүләт пособиелары тураһындағы закондың 6 – 8-се статьяларына ярашлы, әсәлек һәм ваҡытлыса хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ осрағына мотлаҡ социаль страховка тәғәйенләнергә тейешле ҡатындарҙың йөклөлөккә һәм сабый тыуыуға бәйле пособиеға хоҡуғы бар. Пособиеның был төрө оҙайлылығы бала тыуғанға тиклем 70 (күп балалы йөклөлөк осрағында – 84) календарь көнө һәм бала тыуғандан һуң 70 (ҡатмарлы бала табыу осрағында – 86, ике һәм унан күберәк сабый тыуғанда – 110 көн) көн отпуск өсөн түләнә. Йөклөлөк һәм бала тыуыу буйынса пособие күләме уртаса эш хаҡына ла бәйле. Бынан тыш, Дәүләт пособиелары тураһындағы закондың 2-се, 16-сы статьяларына ярашлы, Рәсәй Федерацияһы төбәктәре дәүләт властары балалары булған граждандарға ҡарата өҫтәмә социаль ярҙам күрһәтергә мөмкин.

Шулай итеп, үрҙә әйтелгән закон нормаларынан һәм,  һеҙҙең тормош хәлегеҙҙән сығып, гражданлыҡ-хоҡуҡи килешеү нигеҙендә эшләгәнгә күрә мәшғүл кеше тип һаналаһығыҙ. Бала тыуғас та социаль ярҙам сараларын алыуға, уларҙың күләменә килгәндә, шәхсән килемегеҙ һәм башҡалар хаҡында аныҡ мәғлүмәттәр бирмәгәнһегеҙ, ә улар, белеүебеҙсә, бындай осраҡтарҙа бик мөһим.

Айһылыу НИЗАМОВА 

Читайте нас