Социаль мәсьәлә
24 Ноябрь 2021, 12:30

Йырсы Диана Гурцкая үҙе тотонғас...

Министр ҙа предприятие буйынса үҙ фекерен белдерҙе. 

Йырсы Диана Гурцкая үҙе тотонғас...Йырсы Диана Гурцкая үҙе тотонғас...
Йырсы Диана Гурцкая үҙе тотонғас...

Быйыл октябрҙә “Белавтодеталь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө филиалында эшләгән күреү һәләте буйынса инвалидтар республиканың һәм илдең Йәмәғәт палаталарына мөрәжәғәт итте. Улар заводты һатыу мөмкинлеге булыуы арҡаһында эштәрен юғалтыуҙан ҡурҡа.

Был мәсьәлә иғтибарһыҙ ҡалмай. Рәсәй Йәмәғәт палатаһының асыҡ мөхит һәм инклюзив практикаларҙы үҫтереү буйынса комиссияһы рәйесе, йырсы Диана Гурцкая проблеманы урап үтмәне, ул илдең Генераль Прокуратураһына һәм “Бөтә Рәсәй Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы һуҡырҙар йәмғиәте” инвалидтарҙың Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһына мөрәжәғәт итеп, хәлде тикшереүҙе һораған.

Билдәле булыуынса, был бәләкәй завод ватан машиналары өсөн запчастәр әҙерләй, ул - тап инвалидтар эшләһен өсөн булдырылған баш ҡалалағы һуңғы предприятие. Ул ҡала үҙәгенән алыҫ булмаған урында урынлашҡан. Үткән аҙнала “Белавтодеталь” заводының Өфө филиалын һатыуҙары ихтимал тигән яңылыҡ ишетелде. Заводтың коллективы башлыса һуҡырҙарҙан тора.

– Мин һеҙҙең хәүефләнеүегеҙҙе аңлайым, бындай социаль әһәмиәтле предприятиела башлыса күрәү һәләте буйынса инвалидтар эшләй. Рәсәй ҡануниәтендә инвалидтарҙың Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы тарафынан ойошторолған предприятиеларға ҙур ярҙам саралары ҡаралған. Әммә завод хеҙмәткәрҙәре ебәргән мәғлүмәттән күренеүенсә, предприятие етәкселеге уның рентабеллеген күтәреү һәм үҫтереү өсөн мөмкин булған сараларҙы күрмәгән, ә республика властарының уны һаҡларға теләге предприятие етәкселеге тарафынан кире ҡағылған. Шуға күрә беҙ Генераль прокуратураға һәм инвалидатр йәмғиәтенә мөрәжәғәттәр ебәрҙек, – тигән Диана Гурцкая.

Был хәл буйынса республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова үҙ фекерен әйтте.

– Дүшәмбе көнө беҙ “Белавтодеталь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге менән осраштыҡ, уларҙың филиалы Өфөлә урынлашҡан. Шулай уҡ Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәте етәкселеге менән дә һөйләштек. Фекер алышыу барышында килешеүгә килдек һәм уларҙың инвалидтар өсөн бөтә эш урындарын да һаҡларға тигән теләген күрҙек. Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы майҙансығында артабан етештереү мәсьәләләре, заказдар менән тәьмин итеү, республиканың һуҡырҙар йәмғиәтенең бөтә предприятиеларының да артабанғы эшмәкәрлеге ҡараласаҡ тип ҡарар иттек, – тине ул.

Фото: argumenti.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас