Социаль мәсьәлә
26 Ноябрь 2021, 08:11

Ҡайһы төбәктә йышыраҡ ағыуланалар?

novostivl.runovostivl.ru
Фото:novostivl.ru

Йыл башынан алкоголдән ағыуланыуҙың уртаса күрһәткесе республикала 100 мең кешегә 20,1 тәшкил итте, тип хәбәр итә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы.

Был күрһәткес Октябрьский, Стәрле­тамаҡ, Туймазы, Дүртөйлө һәм Стәрлета­маҡ райондарында, юғарыраҡ.

Был осорҙа төбәктә спиртлы эсем­лектәр менән ағыуланыуҙан 141 кеше вафат булған, был уҙған йылдың ошо уҡ осо­ро менән сағыштырғанда өс кешегә аҙыраҡ.

Алкоголдән ағыуланып үлеү осраҡтары бер нисә ҡалала теркәлгән: Өфө (38), Салауат, Стәрлетамаҡ (һәр береһендә алтышар осраҡ), Октябрьский (дүрт), Ишембай (өс), Бәләбәй, Белорет, Благовещен, Нефтекама (һәр береһендә икешәр), Баймаҡ, Бөрө, Дәүләкән, Күмертау, Яңауыл (һәр береһендә берәр осраҡ).

Үлем осраҡтары теркәлгән төбәктәр: Иглин (ете), Илеш (биш), Ауырғазы, Өфө (дүртәү), Әлшәй, Баймаҡ, Белорет, Краснокама, Тәтешле, Туймазы (өсәр осраҡ), Благовар, Бүздәк, Бөрйән,  Ҡа­риҙел, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Мәсетле, Учалы, Шаран (икешәр), Асҡын, Баҡалы, Балтас, Дәүләкән, Ҡалтасы, Ҡыйғы, Мәләүез, Мишкә, Нуриман, Салауат,  Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Шишмә райондары (һәр береһендә берәр үлемесле осраҡ).

Һуңғы арала Рәсәйҙә алкоголле эсемлектәр менән ағыуланыу осраҡтары күбәйә. Ҡазанда булған фажиғәле хәлде генә телгә алып китеү етә. Тиҙҙән илде Яңы йыл шауҡымы биләп аласаҡ. Абай булайыҡ.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас