Социаль мәсьәлә
26 Ноябрь 2021, 14:00

Һеҙ - бар республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ!

Ун ғаиләгә "Ата-әсә ҡаһарманлығы" миҙалы тапшырылды. 

Һеҙ - бар республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ!Һеҙ - бар республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ!
Һеҙ - бар республикабыҙ өсөн ғорурлыҡ!

Бөгөн Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров “Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалдарын тапшырҙы. Юғары дәүләт наградаһына Благовещен, Дәүләкән, Хәйбулла, Саҡмағош, Кушнаренко, Туймазы райондары һәм Өфө ҡалаһынан ун ғаилә лайыҡ булды. Тантаналы сара Әсәләр көнөнә арналды.

Ата-әсә хеҙмәте өсөн миҙалы менән күп балалы ғаиләләр, шулай уҡ етем һәм инвалид балалар тәрбиәләгән һәм уларға күңел йылыһы биргән ирле-ҡатынлылар бүләкләнә.

"Беҙҙең республика – тәрән мәҙәни һәм ғаилә йолаларына бай булған күп милләтле төбәк. Бында ярты миллиондан ашыу балалы ғаилә йәшәй. Әсәлек, атайлыҡ, балалыҡҡа ярҙам итеүҙең мөһимлеген аңлап, республика етәкселеге пандемияға бәйле ҡатмарлы осорға ҡарамай был йүнәлештә ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләргә тырыша. Йыл һайын ғаиләләргә, балаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү һәм балалыҡ инфраструктураһын нығытыу өсөн 100 миллиард һум самаһы аҡса йүнәлтәбеҙ. Яңы мәктәптәр, балалар баҡсалары, хәүефһеҙ һәм заманса уйын ҡаласыҡтары төҙөйбөҙ, парктарҙы төҙөкләндерәбеҙ, өҫтәмә белем биреү учреждениеларын үҫтерәбеҙ, бала табыу учреждениеларының матди-техник базаһын нығытабыҙ", – тине Андрей Назаров.

Республика етәкселегенең иғтибары үҙәгендә – күп балалы ғаиләләр. Төбәктә ошондайҙар – 50 мең самаһы. Улар белем биреү тармағында, торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә ярҙам, өҫтәмә пособиелар ала, транспорт һалымы түләүҙән азат ителә. Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү системаһын камиллаштырыу маҡсатында Башҡортостанда балалары булған ғаиләләргә ярҙам итеүҙең тулы бер системаһы булдырылған. Федераль ярҙам төрҙәренән тыш, республикала улар 30-ҙан ашыу.

Бүләкләү тантанаһында ғорурланырлыҡ бер нисә ғаилә айырым билдәләнде.

Мәҫәлән, Благовещен районынан Миңлезәһиҙә Зәки ҡыҙы һәм Владимир Иванович Шичиндар 36 етем бала өсөн лайыҡлы ата-әсә була алған. Бөгөн ғаиләлә уллыҡҡа алынған 22 бала тәрбиәләнә, уларҙың алтауһының һаулыҡ буйынса мөмкинлектәре сикләнгән.

Благовещен районынан Вәхит Рауил улы Вәлиев менән Ирина Александровна Вервельская үҙҙәренең өс һәм уллыҡҡа алынған 22 баланы тәрбиәләгәндәр. Бөгөн уларҙың ғаиләһендә - 13 бала.

Дәүләкән районынан Гөлназ Фаил ҡыҙы менән Айнур Яҡуп улы Ҡорманаевтар ҙа әүҙем тормош позицияһы алған һәм ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлауҙың матур өлгөһө булып торалар. Улар ун бала тәрбиәләй. Әйткәндәй, ғаилә башлығы быйыл “Атай ҡаһарманлығы” йәмәғәт наградаһы менән дә бүләкләнгән.

Саҡмағоштар Нәфисә Сабит ҡыҙы һәм Марс Барый улы Муллаяновтар - ысын герой үҫтергән ата-әсә. Уларҙың улы Марат Марс улы, “Вятич” махсус тәғәйенләнештәге отряд составындағы баш сапер, ғүмеренең аҙағына тиклем Ватанына тоғро ҡалған. Ул Чечня Республикаһында банд-формированиелары менән батырҙарса һуғышҡан. Үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

Тағы бер яҡташыбыҙ Ирек Әнәс улы Шакиров интернациональ бурысын үтәгән саҡта вафат булған һәм үлгәс Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән. Бөгөн уның әсәһе Саҡмағоштан килгән Фәүзиә Ғариф ҡыҙы Шакироваға рәхмәт һүҙҙәре әйтелде.

Ата-әсәлек, әсәлек хеҙмәте өсөн Тәскирә Нәғимйән ҡыҙы Абдразаҡоваға ла ҙур рәхмәт еткерелде. Ул - бына тигән ике опера сәхнәһе йондоҙо Аскар менән Илдар Әмир улы Абдразаҡовтарҙың әсәһе.

Чемпион үҫтергән Наталья Михайловна һәм Андрей Анатольевич Елистратовтарҙарға ла ҙур рәхмәт. Уларҙың улы Семен Андреевич - 2014 йылда Сочила үткән Олимпия уйындарында эстафетала алтын миҙал, 2018 йылда Пхенчхандағы Олимпия уйындарында бронза миҙал яулаған кеше.

Таланты спортсы-паралимпиец Тимур Зәбир улы Хәмәтшин да - республикабыҙ ғорурлығы. Ул коляскала фехтование буйынса ҙур уңыштарға өлгәшкән. Бөгөн иһә лайыҡлы наградаларын уның ата-әсәһе – Гүзәл Йәғәфәр ҡыҙы менән Зәбир Ғаян улы Хәмәтшиндар алды. Улар Кушнаренко районынан килгән.

Тантанала ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, Премьер-министр һәр кемгә яуаплы ата-әсәлек хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте, уларға һаулыҡ, уңыштар теләне.

“Ата-әсә ҡаһарманлығы” миҙалы Башҡортостан Президенты указы менән 2014 йылдың 21 ноябрендә булдырылған. Шул саҡтан алып был дәүләт наградаһын 22 ғаилә алған.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53723

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас