

Росстат һуңғы 10 йылда алкоголизм менән ауырыған пациенттар һанын иҫәпләп сығарған һәм ул 40 процентҡа кәмегән тигән һығымтаға килгән.
Әммә барыбер хәүефләнергә урын бар: 1,3 миллион кеше алкоголизмдан яфалана. Алкоголле психоз 100 мең кешененең 32-һендә осрай. Ә рәсәйҙәр аҙыраҡ эсә башлаһа ла, 10 йыл эсендә алкоголь менән ағыуланыу арҡаһында үлем осраҡтары 14 процентҡа артҡан. Рәсәйҙә үлем осраҡтарының яҡынса 10 проценты алкоголь ҡулланыу менән бәйле. Был спирттың төрлө ауырыуҙарҙың үҫешенә йоғонто яһауы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй.
Илдә насар ғәҙәттәрҙең иң юғары күрһәткестәре — Магадан һәм Сахалин өлкәләрендә, Хакасияла, Бүрәт һәм Амур өлкәһендә. Чечня, Дағстан, Ингушетия һәм Ҡабарҙы-Балҡар республикаһы иң әҙ эскән төбәктәр һанала. Был уларҙың менталитеты менән бәйле. Волгоград, Орёл, Һарытау, Смоленск өлкәләре һәм Ставрополь крайы ла – эскелеккә бирешмәгән төбәктәр. Әммә Рәсәйҙең баш ҡалалары — Мәскәү һәм Санкт-Петербургта хәүефләнергә урын бар.
Мәскәүҙә тәмәке, ә Санкт-Петербургта наркотик ҡулланыу осраҡтары алкоголизмға ҡарай көслөрәк бәлә булып ҡала.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иҫәпләүҙәре буйынса спиртлы эсемлектәр ҡулланыу бер кешегә 15,7 литрҙан былтыр 9,3 литрға тиклем кәмегән.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы докладына ярашлы, алкоголь ҡулланыуҙың кәмеүе Рәсәйҙә ғүмер оҙонлоғоноң һиҙелерлек артыуына килтергән.
Лилиә НУРЕТДИНОВА