

Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр “Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы” акцияһы үткәрелә. Уны “Берҙәм Рәсәй” яҡлыларҙың төбәк советы һәм “ДаДобро” корпоратив ирекмәнлек фонды ойоштора. Акция 20 ноябрҙә билдәләнгән Бөтә донъя бала көнөнә арнала.
Сара сабыйҙарға үтергә тура килгән ауыр процедураларҙан һуң ауыртыу-һыҙланыуҙарҙы бер аҙ булһа ла баҫыуға йүнәлтелә. Һәр балаға үҙе үткән процедура өсөн сағыу биҙәлгән ҡумтанан күңеленә ятҡан бүләкте һайлап алыу мөмкинлеге бирелә. Уйынсыҡтар йыйыуҙы баш ҡалалағы балалар баҡсалары һәм мәктәптәр, Дәүләт Думаһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Өфө ҡала Советы депутаттары әүҙем хуплап сыҡты. Уртаҡ тырышлыҡ менән һигеҙ бокстан ашыу уйынсыҡ тупланды.
“Бындай акциялар бик мөһим һәм дауаханаларҙа ауыр хәлдә ятҡан балаларға бик кәрәк. Беҙ кескәй пациенттар ата-әсә йылыһын тойһон өсөн тырышабыҙ”, – тине Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин.
“Берҙәм Рәсәй” яҡлыларҙың төбәк советы рәйесе Константин Канунников әйтеүенсә, “Ҡыйыулыҡ ҡумтаһы” акцияһы барышында Республика балалар клиник дауаханаһының онкология-гематология бүлегенә алты меңдән ашыу уйынсыҡ, ижад өсөн йыйылмалар һәм канцелярия кәрәк-ярағы тапшырылған. “Уҙған аҙнала Өфөләге 17-се ҡала клиник дауаханаһына өс меңдән ашыу уйынсыҡ һәм канцтауарҙар тапшырғайныҡ. Бүләктәрҙе йыйыуға 39-сы гимназия уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҙур өлөш индерҙе”, – тине Константин Канунников.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Светлана Турайәнова сарала ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе, был бүләктәрҙең балаларға шатлыҡ бүләк итеүен билдәләне. Республика балалар клиник дауаханаһының баш табибы Рөстәм Әхмәтшин дә акцияны ойоштороусыларға, ҡатнашыусыларға, шулай уҡ унан ситтә ҡалмаған ҡала халҡына ихлас рәхмәтен еткерҙе.
Фото: "Берҙәм Рәсәй"ҙең төбәк бүлексәһе.