Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Декабрь 2021, 21:30

Ғаилә бизнесын нисек үҫтерергә?

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторған был форум өс көн дауам итәсәк.

Ғаилә бизнесын нисек үҫтерергә?
Ғаилә бизнесын нисек үҫтерергә?

Бөгөн Өфөләге “Кроу плаза” ҡунаҡханаһында Ғаилә эшҡыуарлығы форумы башланды. Иртәгә ошо сара барышында Башҡортостандың Ғаилә эшҡыуарлығына ярҙам үҙәге асыласаҡ, артабан Бөтә Рәсәй Ғаилә советының күсмә ултырышы үткәреләсәк.

“Ғаилә бизнесы ғаиләләрҙең берләшеүенә һәм уларҙың финанс йәһәттән тотороҡлолоғона булышлыҡ итә. Ул шулай уҡ - халыҡтың мәшғүллеге мәсьәләһен хәл итеү формаларының береһе. Шуға күрә эшҡыуарлыҡ алымын яҡлауға, уға ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленә”, – тине Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов.

Бөгөн, форумдың эшлекле программаһына ярашлы, “Ныҡлы ғаилә бизнесы нигеҙҙәре: ҡиммәттәр, традициялар, быуындар” исемле "түңәрәк өҫтәл" уҙғарылды. Унда йүнселдәрҙе электрон коммерцияға, шәхси бренд булдырыуға, сауҙалашыуҙа ҡатнашырға өйрәттеләр. Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы үткәргән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, илдәге бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 74 проценты - ғаилә компаниялары.

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты һәм Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ойошторған был форум өс көн дауам итәсәк.

Фото: "Башинформ".

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: