Социаль мәсьәлә
2 Декабрь 2021, 16:00

68 йәшлек ҡатын... әсәй булырға йыйына

Ул балаһын Өфөләге перинаталь үҙәктә табасаҡ.

68 йәшлек ҡатын... әсәй булырға йыйына68 йәшлек ҡатын... әсәй булырға йыйына
68 йәшлек ҡатын... әсәй булырға йыйына

Ғәҙәттә, бының ише яңылыҡтар Һиндостан яғынан килеүсән. Имеш, 65, 70, 75 йәшлек ҡатындар әсәй булырға йыйына. Һәр ваҡыт бер аҙ ғәжәпләнеп ҡабул итәһең бындай яңылыҡты. Ә әле иһә “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы, Өфөлә 68 йәшлек ҡатын әсәй булырға йыйына, тип хәбәр итә.

Билдәле булыуынса, ҡатын Республика перинаталь үҙәгендә ята. Әле уның ауырлы булыу осороноң 36-сы аҙнаһы бара, яҡынса һигеҙ ай самаһы.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала ЭКО процедураһы ярҙамында яралған. Сабый декабрь аҙағында тыуырға тейеш тип көтөлә.

Ҡыйыу ҡатынға һәм уның тыуасаҡ сабыйына һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйбеҙ.

фото: http://cgon.rospotrebnadzor.ru/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас