Социаль мәсьәлә
2 Декабрь 2021, 11:30

Халыҡты иҫке йорттарҙан күсерәләр

Илдә граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса яңы программа тормошҡа ашырыла башлай.

Халыҡты иҫке йорттарҙан күсерәләрХалыҡты иҫке йорттарҙан күсерәләр
Халыҡты иҫке йорттарҙан күсерәләр

Башҡортостан Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле төбәктә граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса 2015 – 2021 һәм 2019 2023 йылдарға иҫәпләнгән ике республика программаһы тормошҡа ашырыла. Өфөлә шулай уҡ ҡала Советының 30 июнендәге ҡарарына ярашлы халыҡты икенсе торлаҡҡа күсерәләр.

2015 – 2021 йылдарға иҫәпләнгән программа буйынса авария хәлендәге 187 торлаҡ йортто бушаталар, 4,02 мең гражданды икенсе торлаҡ менән тәьмин итәләр. Программаны финанслауҙың дөйөм күләме – 2,5 миллиард һум. Әле 50,7 мең квадрат метрлыҡ майҙандағы 1350 торлаҡ бинаһынан 3,7 мең кеше күсерелгән.

Өфө ҡала Советы ҡарары нигеҙендә авария хәлендә тип танылған күп фатирлы 71 йорттан 2531 кешене күсереү планлаштырыла, әле иһә 1069 кеше иҫке йорттарҙан сығарылған.

2019 – 2023 йылдарға күҙалланған адреслы республика программаһы дүрт этапта тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, 2,8 мең кешене яңы торлаҡ менән тәьмин итеү ҡарала. 19 муниципалитетта авария хәлендәге 134 йорт бушатыла. Программаның хаҡы – 1 миллиард 821 миллион һум. Тәүге этап былтыр тамамланды. Туғыҙ муниципаль берәмектә 220 йыорттан 677 граждан икенсе торлаҡҡа күсерелде. Быйыл иһә программаның икенсе этабы тамамлана. Уға 238,4 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Алты муниципалитет биләмәһендәге 178 йорттан 474 кешене күсереү ҡарала.

Киләһе йыл программаның өсөнсө этабы тормошҡа ашырыла. Уның барышында 99 кеше яңы торлаҡ менән тәьмин ителә. Был этаптың ҡатнашыусыһы – Өфө.

Дүртенсе этап буйынса 164 муниципаль килешеү төҙөлгән. Унда 12 муниципалитет ҡатнаша, 1530 кешене икенсе йортҡа күсереү күҙаллана. Әйткәндәй, Башҡортостан программаны ваҡытынан алда тамамламаҡсы.

– Беҙҙең бурыс – республика граждандарына йәшәү өсөн яҡшы шарттар булдырыу, – тине Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин. – Программаны алдараҡ тамамлау яҡын арала 2017 йылдың 1 ғинуарынан һуң авария хәлендә тип танылған торлаҡ фондына ҡарата сара күреү һәм ил етәкселеге ҡуйған бурысты йылдам үтәү мөмкинлеген бирәсәк.

Быйыл ил буйынса торлаҡты сафҡа индереү йәһәтенән рекорд ҡуйыла – 86 миллион квадрат метр самаһы торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла. Граждандарҙың льготалы категорияларын торлаҡ менән тәьмин итеү алымын камиллаштырыу маҡсатында Рәсәй Хөкүмәте берҙәм һанлы реестр төҙөмәксе. Унда сиратта торған кешеләр һәм уларҙың ғаилә ағзалары тураһында мәғлүмәт тупланасаҡ. Шулай уҡ кешене торлаҡҡа мохтаждар исемлегенә нигеҙһеҙ индерелеүенә контролде көсәйтеү буйынса саралар планы әҙерләнә.

Илдә граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса яңы программа тормошҡа ашырыла башлай. Был турала 2021 йылдың сентябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин әйткәйне.

Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news

Сығанаҡ: building.bashkortostan.ru/presscenter/news

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас