Социаль мәсьәлә
5 Декабрь 2021, 10:00

Был кешеләрҙең йөрәге изге!

“Изгелек - телһеҙҙәрҙе һөйләштерә, һаңғырауҙарҙы ишеттерә ала торған тел ул”.

Был кешеләрҙең йөрәге изге!Был кешеләрҙең йөрәге изге!
Был кешеләрҙең йөрәге изге!

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй башланы. Хатта йәштәр араһында “Ирекмән булыу бик  шәп!” тигән фекер йөрөй. 

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ирекмәндәр көнөн ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйыуы ла был хәрәкәткә ҡарата  ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу уятмай ҡалманы. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтың ете проценты ирекмәнлек хәрәкәтендә теләп ҡатнашһа, 15  проценты төрлө ижтимағи сараларҙа әүҙем.

Шуныһы ҡыуаныслы: ирекмәндәрҙең күбеһе йәштәр. Әлбиттә, был хәрәкәттә ҡатнашыусылар өсөн йәш сикләүе юҡ. Иң мөһиме - шәфҡәтлелек, миһырбанлылыҡ кеүек сифаттарға эйә булыу, кешеләр менән аралаша белеү, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыуҙан тартынмаҫҡа, һәр саҡ хәрәкәттә булырға, алға ынтылырға кәрәк.

Ирекмәндәр әйтеүенсә, бар эштәрҙе улар күңел ҡушыуы буйынса башҡара, бер кем дә уларҙы мәжбүр итә алмай. “Изгелек - телһеҙҙәрҙе һөйләштерә, һаңғырауҙарҙы ишеттерә ала торған тел ул”, - тигән бер аҡыл эйәһе. Ысынлап та, был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыусылар үҙ иңендә тоя һәм яҡшы аңлай.

Бар донъяны тетрәндергән коронавирус сире барлыҡҡа килеү менән ирекмәндәр хәрәкәте йәнә әүҙемләште. Баймаҡ районы хакимиәтенең йәштәр комитеты рәйесе Заһит Ғүмәров етәкселегендә ирекмәндәр хәрәкәте бик әүҙем эшләй. "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Беҙҙең хәстәр" проекты ирекмәндәре лә - тап улар. Пандемия башланыуҙың тәүге көндәренән Баймаҡ ирекмәндәре халыҡҡа бушлай битлек таратыу, оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек алып барыу, дарыуханаларҙан кәрәкле дарыуҙар килтереү, йылылыҡ, һыу өсөн түләүҙәрҙе башҡарыу кеүек эштәрҙә ярҙам итә. Бөгөн улар прививка яһатырға теләүселәрҙе дауаханаларға алып бара һәм кире өйҙәренә илтә.

Баймаҡ ирекмәндәре мохтажлыҡ кисергәнәргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар илтеп кенә ҡалмай, йәй көнө Урал аръяғында сыҡҡан урман  янғындары кеүек ғәҙәттән тыш хәлдәр ваҡытында ла ярҙамлашты.

Фото: Баймаҡ районы йәштәр комитеты сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас