Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
6 Декабрь 2021, 20:15

“Мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ “

Республикалағы әүәлдән килгән иң ҡатмарлы проблемаларҙың береһе – өлөшсөләр мәсьәләһе...

“Мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ “
“Мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ “

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә өлөшсөләргә ҡағылған яҙма ҡалдырҙы.

“Республикалағы әүәлдән килгән иң ҡатмарлы проблемаларҙың береһе – өлөшсөләр мәсьәләһе. Төҙөлөп бөтмәгән йорттарҙың килбәтһеҙ һөлдәләрен, плакат тотҡан кешеләрҙең митингтарын һәм башҡаларҙы барыбыҙ ҙа хәтерләй. Өлөшсөләр һаны ғәйәт артты һәм 10 меңгә тиклем етә ине.

Тәүге көндән үк беҙ был проблеманы эҙмә-эҙлекле хәл иттек. Йорттар төҙөлөшөндәге алдаҡсы схемаларҙың ҡатмарлы комбинацияларын, биналарҙың техник үҙенсәлектәрен өйрәндек, компенсациялау алымдарын эҙләнек. Алданған өлөшсөләргә ярҙам күрһәтеүҙең федераль структуралары – Дом. РФ, Өлөшсөләрҙең хоҡуғын яҡлау фонды менән эшләнек.

Бөгөн ошо йүнәлештәге эшебеҙгә яҡынса йомғаҡ яһаныҡ.

2021 йылда ғына 24 йорт төҙөлөшөн тамамланыҡ һәм өс меңдән ашыу кешенең боҙолған хоҡуғын тергеҙҙек. “Миловка паркы”, “Көмөш инеш”, “Крона”, Октябрьскийҙағы “Яҙ” торлаҡ комплексы һәм башҡа проблемалар хәл ителде йәки әкренләп хәл ителә. Йәнә 3925 өлөшсөнөң проблемаһын яйға һалырға ҡалды.

Яңы йылға тиклем Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Өфөлә һәм башҡа муниципалитеттарҙа фатир асҡыстарын бирергә тырышырбыҙ.

Иң мөһиме – проблемалы һәр йортҡа бәйле мәсьәләне яҡшы аңлайбыҙ һәм федераль коллегаларыбыҙ менән үҙ-ара конструктив бәйләнештәр яйға һалынған. Улар ҡатмарлы проблеманы хәл итеүҙә беҙгә һөҙөмтәле ярҙам күрһәтә.

Ошо рәүешле әкренләп беҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың күрһәтмәһенә ярашлы, 2023 йыл аҙағына республикала торлағын көтөп йонсоған кешеләргә ярҙам итеү сараһын күрәбеҙ, бының өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ”, – тип яҙҙы республика Башлығы.

Фото: vk.com/radiyhabirov?z=photo413272232_457263770

Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov?z=photo413272232_457263770

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: