Социаль мәсьәлә
6 Декабрь 2021, 15:00

Әсәйҙәр “Яҡтыкүл”дә нисек ял итә?

Бындай мөмкинлеккә улар Баймаҡ эшҡыуары Илсур Нәбиуллиндың һәм башҡа мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамы менән өлгәшкәйне.

Әсәйҙәр “Яҡтыкүл”дә нисек ял итә?Әсәйҙәр “Яҡтыкүл”дә нисек ял итә?
Әсәйҙәр “Яҡтыкүл”дә нисек ял итә?

Баймаҡ районының Бетерә ауылынан эшҡыуар Илсур Нәбиуллиндың Әсәйҙәр көнө уңайынан бер төркөм гүзәл зат вәкиленә “Яҡтыкүл” шифаханаһына юллама бүләк итеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Уға был изге эштә дуҫтары, эшҡыуарҙар, билдәле блогерҙар ҙа ярҙам иткән.

Бындай матур мөмкинлек Ғафури районынан Ғәйшә Насирова, Баймаҡ районынан Айгөл Рәжәпова, Бөрйәндән Сәмәрә Байназарова, Ейәнсуранан Ғәшиә Дәүләтҡолова, Әлшәй районынан Айгөл Вәлиева, Әбйәлилдән Илнара Сафиуллина, Учалынан Эльвира Ишемғужина, Әбйәлилдән Мәндүҙә Хәлисова өлөшөнә төштө.

Әлеге көндә уларҙың “Яҡтыкүл” шифаханаһындағы ялы дауам итә. Беҙ әсәйҙәргә шылтыратып, хәл-әхүәлдәре, тәьҫораттары тураһында белештек.

Улар үҙ-ара дуҫлашып та өлгөргән. Ялдан шул тиклем ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙеләр.

- Барыбыҙ ҙа ҙур ҡыуаныс менән килдек. Һәр беребеҙгә шәхсән дауалау алымдары яҙҙылар. Беҙ, йәшерәктәр, олораҡтарға ярҙам итәбеҙ. Мин иң йәш әсәй булһам, иң олобоҙ – Ейәнсура районынан Ғәшиә Дәүләтҡолова. Көн һайын һәр ҡайһыбыҙ беҙгә ошондай матур бүләк яһаған Илсур Нәбиуллинға, уның дуҫтарына рәхмәт уҡыйбыҙ, эштәре һәр ваҡыт уң барһын, тип теләп кенә торабыҙ. Өлкәнерәктәр изге доғаларын бағышлай, - тине Әбйәлил районының Айғырбатҡан ауылынан килгән Илнара Сафиуллина.

Илнара – өс бала әсәһе. Уға 32 йәш, әммә, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татырға тура килгән. Өлкән ҡыҙы – 12 йәшлек Айзилә - сәләмәтлеге йәһәтенән үҙенсәлекле бала. Уртансы улы – ете йәшлек Ирхан менән дә байтаҡ тормош һынауҙарын йырып сығырға тура килгән көслө рухлы әсәгә. Тағы ла уларҙың ғаиләһендә биш йәшлек Йәсминә үҫә.

- Бындай ял тураһында ғүмерҙә лә хыялланмағайным. Тәүҙә конкурста ҡатнашырға ҡыймай йөрөнөм. Бик күп таныштарым, “ҡатнаш” тип өгөтләгәс, йөрьәт иттем. Әлбиттә, конкурста бик күп әсәйҙәр ҡатнашты, һәм мин уларҙың һәр береһе ошондай ялға лайыҡ булыуына тамсы ла шикләнмәйем, хәлемдән килһә, барыһына ла үҙем юллама бүләк итер инем, - тине Илнара ихлас күңелдән.

Ә беҙ әсәйҙәргә ялдарының файҙалы, күңелле үтеүен, ә уларға ошондай шатлыҡ-ҡыуаныс бүләк иткән эшҡыуар Илсур Нәбиуллинға эштәренең һәм тормошоноң һәр ваҡыт уң булыуын теләйбеҙ.

Фотолар: Илнара Сәфиуллинаның шәхси архивы.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас